+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 15:06

АРКТИКАНАН ЕР АЛҒЫҒЫҘ КИЛМӘЙМЕ?

“Алыҫ Көнсығышта бер гектар” программаһы артынса (ул биш йыл элек сыҡҡайны) хәҙер Арктикала берәр гектар ер бушлай таратыла башларға тора.

“Алыҫ Көнсығышта бер гектар” программаһы артынса (ул биш йыл элек сыҡҡайны) хәҙер Арктикала берәр гектар ер бушлай таратыла башларға тора.
Закон проектын РФ Алыҫ Көнсығышты һәм Арктиканы үҫтереү министрлығы эшләгән. Ошо көндәрҙә уға Рәсәй Президенты ҡул ҡуйған. Тиҙҙән көсөнә инәсәк.
Законға ярашлы, алған участкала йорт һалырға, эшҡыуарлыҡ алып барырға була. Алыҫ Көнсығыш гектарынан айырмалы, Арктикала ерҙе ҡалаларҙа ла алырға мөмкин.
Бына Артика гектары алып була торған төбәктәр һәм ҡалалар:
  • Мурманск өлкәһе (тулыһынса)
    • Ненец АО (тулыһынса)
      • Ямал-Ненец АО (тулыһынса)
        • Карелия Республикаһында: Беломорск, Калевала, Кемь, Костомукша, Сегеж, Лоухи райондары
          • Коми Республикаһында: Воркута, Инта, Усинск ҡала округтары, Усть-Цилем районы
            • Красноярск крайында: Норильск ҡалаһы, Таймыр, Долган-Ненец, Турухан, Эвенк райондары
              • Архангельск өлкәһендә: Архангельск һәм Новодвинск ҡалалары, Новая Земля һәм Северодвинск ҡала округтары, Мезень, Онега, Приморье, Лешуконское, Пинега райондары.
              • Читайте нас: