+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 14:09

ҠАЙЫНДЫ ЙӘШЕН ҺУҒАМЫ НИ?

Ауырғазы районында бер ҡатынды ҡайынға һуҡҡан йәшен һәләк итеүе тураһындағы пост аҫтында шундай һорау бар. Тәүҙә ниндәй ағастарҙы йәшен бигерәк тә “яратҡанын” асыҡлайыҡ.Ағастар араһында йәшен һуғыусанлығы буйынса имән беренсе урында тора. Уның тамырҙары бик тәрәнгә китә, һыулы ҡатламдарға барып төшә, ә һыу йәшенде тарта.

Ауырғазы районында бер ҡатынды ҡайынға һуҡҡан йәшен һәләк итеүе тураһындағы пост аҫтында шундай һорау бар. Тәүҙә ниндәй ағастарҙы йәшен бигерәк тә “яратҡанын” асыҡлайыҡ.
Ағастар араһында йәшен һуғыусанлығы буйынса имән беренсе урында тора. Уның тамырҙары бик тәрәнгә китә, һыулы ҡатламдарға барып төшә, ә һыу йәшенде тарта.
Ағастарға йәшен тейгән һәр 100 осраҡ ағастар араһында былай бүленә:
имән – 54,
тирәк – 24,
шыршы – 10,
ҡарағай – 6,
бук – 3,
йүкә – 2,
акация – 1.
Ҡәҙимге шарттарҙа атмосфера – һәр ваҡыт ыңғай зарядлы, ер һәм ундағы үҫемлектәр кире зарядлы була. Төрлө үҫемлек үҙенең төҙөлөшөнә бәйле төрлө электр үткәреүсәнлеккә эйә. Имән, ылыҫлылар һәм тирәккә төрлө майҙар, ыҫмалалар, тәрәнгә киткән тамырҙар хас. Был һыҙаттары электр зарядына ҡаршылыҡты ныҡ кәметә, шуға йәшен уларҙың олоно аша үтергә “ярата”.
Йәшен һуҡҡанда күп миҡдарҙа йылы бүленә, һыу парға әйләнә, олон ярыла, ҡабығы ярылып китә һәм йәшен үткән юл яланғасланып күренеп тора.
Киләһе йылына күп осраҡта ағастың яралары уңала, вертикаль эҙ генә ҡала. Ә ныҡ бирешкән ағас һәләк була.
Шулай итеп, бейек ағастар тәбиғи йәшен ҡайтарғыс булып, эргә-тирәһендәге биналарҙы һаҡлай.
Ҡайынға һәм сағанға йәшен бик һирәк тейә, ти белгестәр. Бөтөнләй теймәй, тимәйҙәр.
Йәшен һуҡҡан кешеләрҙең 75 проценты иҫән ҡала, ти статистика. Йәшендән ҡазаланған кешегә иң беренсе яһалма тын алдырып, йөрәген эшләтеп ебәрергә ҡуша белгестәр. Халыҡ араһында йөрөгән ырымға ҡарап, ергә күмә күрмәгеҙ, тиҙәр.
Дауаханаға алып барыу мотлаҡ, сөнки яһалма тын алдырғас, йөрәге эшләп китһә лә, киләһе ике-өс көндә уның ҡабат туҡтау ихтималлығы бар икән.
Читайте нас: