+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Июнь 2021, 17:45

ФОЛЬКЛОРИАДА ТУРАҺЫНДА ҺОРАУҘАРҒА ЯУАПТАР – БЫНДА

3 –10 июлдә Башҡортостанды бөтә донъя күрәсәк: VI Бөтә донъя CIOFF® фольклориадаһы саралары үтәсәк. 2015 йылда Перуҙа CIOFF конгресында уны беҙҙең республикала үткәрергә ҡарар иткәйнеләр. Пандемия арҡаһында 2020 йылда сараны кисектергәйнеләр, быйыл ары күсереп торманылар.

3 –10 июлдә Башҡортостанды бөтә донъя күрәсәк: VI Бөтә донъя CIOFF® фольклориадаһы саралары үтәсәк. 2015 йылда Перуҙа CIOFF конгресында уны беҙҙең республикала үткәрергә ҡарар иткәйнеләр. Пандемия арҡаһында 2020 йылда сараны кисектергәйнеләр, быйыл ары күсереп торманылар.

CIOFF® – Халыҡ-ара Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдарен ойоштороу советы – дүрт йылға бер тапҡыр фольклор олимпиадаһын үткәрә.
Республикабыҙға 37 илдән 1100-дән ашыу кеше киләсәк.
БСТ менән Республикаға идара итеү үҙәге үткәргән берлектәге брифингта киң күләмле сараны үткәреүгә ҡағылышлы күп һорауҙарға яуап бирелде.

Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, сара – Башҡортостандың туристик һәм социаль-иҡтисади мөмкинлектәрен бөтә донъяға күрһәтеү форсаты ул.
Фольклориаданы артабан күсермәү һәм хәҙер үткәреү тураһындағы ҡарар халыҡ-ара кимәлдә ҡабул ителгән. Санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн бөтә саралар күрелә – был турала Ойоштороу комитеты вәкиле Андрей Беляев һәм БР буйынса Роспотребнадзор етәксеһе Анна Казак һөйләне.
Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова республика халҡының санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе ентекле үтәренә өмөт белдерҙе, күп кешеле урындарҙа маска кейеү, ҡулды йышыраҡ йыуыу кәрәклеген иҫкә төшөрҙө һәм республикала күпселектең вакцина алғанын билдәләне.
«Өфө-Арена»ла Фольклориаданы асыу тантанаһында саҡырыу билеттары буйынса тик ҡунаҡтар, ҡатнашыусылар һәм журналистар буласаҡ. Тамашасылар фестивалде асыу тантанаһын БСТ, «Башҡортостан 24» телеканалдарында һәм Фольклориада-2021-ҙең рәсми сайтында тура транляцияла ҡарай аласаҡ. Бынан тыш «Тулҡын», «Дим» һәм «Беренсе Май» парктарында өс фан-зона эшләйәсәк.
Асыҡ һауала булған концерттарға теләгән бер кеше килә аласаҡ, әммә ҡапҡанан үткәндә мотлаҡ термометрия эшләнәсәк һәм маскала булыу талап ителәсәк.
Фольклориаданың рәсми сайтында инглиз һәм француз телдәрендәге комментарийҙар менән трансляция барасаҡ. Фестивалдең программаһы менән дә шунда танышырға була.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: