Өфөләге АРЕАЛ фәнни-етештереү предприятиеһы БР Экология министрлығының Өфө буйы территориаль идаралығы булышлығы менән Кушнаренко районы Ахлыстин ауылы эргәһендәге шишмәне һәм уның тирә-яғын таҙартыу буйынса экологик акция үткәрҙе.
Сараны уйын рәүешендә ойошторғандар. Унда урындағы халыҡ та, Өфөнән ирекмәндәр ҙә, экологтар ҙа ҡатнашҡан. Ете командаға бүленгәндәр. Иң күп сүп йыйған команда еңеүсе тип иғлан ителгән.
Акция «Экология» милли проектының «Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы» төбәк проекты маҡсаттарына яуап бирҙе.
Фото: www.ecology.bashkortostan.ru