+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2021, 16:13

ФОЛЬКЛОРИАДАЛА ҠАТНАШЫУСЫЛАР КИЛӘ БАШЛАНЫ

Бөгөн иртән Өфө аэропортына Фольклориадала ҡатнашыусылар ултырған тәүге самолеттар килде. Улар араһында Панаманан («Хосе Корейа» фольклорҙы үҫтереү академияһы), Һиндостандан (CIOFF®️ Милли секцияһының Халыҡ бейеүҙәре коллективы), АҠШ-тан («Ахуна О'хана» фольклор коллективы), Мексиканан («Байарта Азтека» халыҡ бейеүе коллективы), Перуҙан («Бисентенарио» фольклор коллективы) бар.

Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры, “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһы ҡыҙҙары ҡаршы алды.

Медиктар уларҙың ПЦР-тесы тураһындағы справкаһын ҡараны, тән температураһын үлсәне.

Ирекмәндәр ҡунаҡтарҙы «AZIMUT», «URAL TAU» ҡунаҡханаларына, «Йәшле сауҡалыҡ» санаторийына һәм «Президент Отель»гә алып бара торған автобустарға оҙатты. Көн эсендә уларҙы Өфө буйлап экскурсияла йөрөтәсәктәр.

16 сәғәттә сираттағы чартер килеп төштө, Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан, Эстония ҡунаҡтарын алып килде. 23 сәғәттә Коста-Рики, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария, Индонезия ҡунаҡтары ултырған самолет көтөлә. Ошо уҡ рейс менән CIOFF® Президенты Филлип Боссан, CIOFF® Рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи, ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил килеп төшөргә тейеш.

Читайте нас: