+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Июль 2021, 15:23

РЕМОНТЛАНҒАН АВТОБУСТАР РЕЙСҠА СЫҒАСАҠ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пассажир ташыусыға капиталь ремонт үткән 30 НЕФАЗ автобусын тапшырҙы.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пассажир ташыусыға капиталь ремонт үткән 30 НЕФАЗ автобусын тапшырҙы.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, 2014–2016 йылдарҙа «Башавтотранс» лизингҡа 181 НЕФАЗ автобусы алған. 200 км үткәндән һуң был автобустарҙың йөҙләбе капиталь ремонт талап ителгәнлектән консервацияланған. Уларҙа Daimler двигателдәре торған, хаҡы – 2,6 миллион һум, был, әлбиттә, бюджет өсөн үтә ҡиммәт. Белгестәр уның урынына YUCHAI ҡытай двигателе ҡуйырға тәҡдим иткән. Ул ике тапҡырға арзаныраҡ.

Радий Хәбиров 30 автобусҡа яңы двигателдәрҙең ҡуйылыуы һәм уларҙың пассажир ташыусыларға тапшырылыуы, шулай уҡ йәй аҙағына тағы 15 автобусҡа ремонт тамамланасағы, йыл һуңына 50 двигатель ҡайтарыласағы, ә киләһе йылға район үҙәктәре һәм ҙур ауылдар араһында автобус хәрәкәте менән шөғөлләнәсәктәре тураһында белдерҙе.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Читайте нас: