+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 21:55

ИШЕМБАЙҘА ТЕГЕНСЕ ҺӨНӘРЕН АЛЫРҒА МӨМКИН

Көньяҡ-Көнсығыш халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең  Ишембай районы буйынса филиалы Ишембай ҡалаһы халҡын тегеү ҡорамалы операторы (тегенсе)/мода технологияһы специальносы буйынса уҡырға саҡыра.    Һөнәр алған кешеләр автоматлаштырылған яңы тегеү предприятиеларында –  «Аркада» эш кейеме тегеү һәм «За спорт» спорт кейеме тегеү фабрикаларында (илдең олимпия резервы эгидаһы аҫтында) эшләйәсәк.

Беренсе төркөм уҡыуҙы 5 июлдә башлай. Уҡыу оҙайлығы – 8 аҙна, 7 көнлөк практика Учалы ҡалаһында үтеләсәк.

Уҡытыу  «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә бара.  

Уның талаптарына ярашлы, уҡыуға эш эҙләүселәр, декрет отпускыһындағы ҡатындар, 50-нән өлкән пенсия йәшенә етеп килгән кешеләр алына. Улар «Госуслуги» аша «Рәсәйҙә эш» порталында теркәлгән булырға тейеш.

Фабрикалар Ишембай ҡалаһында урынлаша.

Башҡа районда йәшәүселәргә компания уңайлы вахта ысулын ойошторасаҡ  (2/2, 15/15, 30/30), йәшәү – бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡханала.

Сығанаҡ: Ишембай район хакимиәте.  

Читайте нас: