Баймаҡ районынан күп балалы Боҫҡоновтар ғаиләһенә бөгөн Башҡортостан Башлығы вәғәҙә иткән бүләген тапшырҙы.
15 майҙа Баймаҡ районына Ғаилә көнөнә барғанда ул 11 бала тәрбиәләгән Зөлфиә менән Вәкил Боҫҡоновтарға “ГАЗель” микроавтобусы бирергә вәғәҙә иткән.
Атай менән әсәй дәүләттән ярҙам алып тороуына, хәҙер инде микроавтобуслы булыуына ҡыуанып тора, төбәк етәксеһенә ҙур ғаилә өсөн бик кәрәкле машина өсөн рәхмәтлеләр.
Вәкил Вәсил улы Баймаҡ ҡойоу-механика заводында эшләй, Зөлфиә Рәхмәт ҡыҙы – йорт хужабикәһе, балалар тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Өлкән ҡыҙҙары кейәүҙә, өлкән улдары Себерҙә эшләй, ике бәләкәс балалар баҡсаһына йөрөй, ҡалғандары мәктәптә уҡый.
Сығанаҡ: "Башинформ".