+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Июль 2021, 11:05

НАДЕЖДА БАБКИНА КИЛДЕ

Өфөгә Бөтә донъя Фольклориадаһы илсеһе сифатында Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина ла килеп етте. Аэропортта уны Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршы алды.

НАДЕЖДА БАБКИНА КИЛДЕ
НАДЕЖДА БАБКИНА КИЛДЕ

Өфөгә Бөтә донъя Фольклориадаһы илсеһе сифатында Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Надежда Бабкина ла килеп етте. Аэропортта уны Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршы алды.

Надежда Бабкина «Русская песня» ансамбле менән бергә 3 июлдә  “Өфө-Арена” боҙ һарайында сараны асыуҙа сығыш яһаясаҡ. Фольклориаданы асыу тантанаһында «Ер. Рух. Фольклор» программаһы ҡуйыласаҡ, ул  17 сәғәттә башлана.

«Мин Фольклориаданы планетаның экологияһы тип атар инем. Һәр бер милли традиция һәм мәҙәниәт аҡылды, күңелде таҙарта, үҙаңды раҫлай. Был ерҙә кем икәнебеҙҙе, ниндәй булыуыбыҙҙы һәм донъяла нисек йәшәргә мөмкин икәнлеген.  Был – күп төрлөлөк, буяуҙар, таланттар, мәҙәниәттәр сағыулығы. Уның Башҡортостанда үтеүе ниндәй бәхет!» — ти Надежда Бабкина.

4 июлдә Надежда Бабкина менән  «Русская песня» ансамбле на  «Торатау» конгресс-холының Өфө амфитеатрында «Фольклориада йөрәге» тигән концертта сығыш яһаясаҡ. Концерт 19 сәғәттә башлана.

 

Сығанаҡ: "Башинформ". 

НАДЕЖДА БАБКИНА КИЛДЕ
НАДЕЖДА БАБКИНА КИЛДЕ
Читайте нас: