Белеүебеҙсә, Фольклориадала ҡатнашыусылар 1 июлдә Өфөгә килә башланы. Бөгөн 17 сәғәттә “Өфө-Арена”ла халыҡ-ара сараны асыу тантанаһы башлана. Шуға тиклем ҡунаҡтар Өфө менән таныша торҙо.
Фольклориада эмблемаһы төшөрөлгән автобустар Салауат Юлаев һәйкәле янында, Дуҫлыҡ монументында, Ҡунаҡһарайҙа, “Ете ҡыҙ” фонтаны менән Театр скверында, Аксаков баҡсаһында һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булды.
Ҡунаҡтарҙы ирекмәндәр һәм экскурсоводтар оҙатып йөрөнө.
Көнбайыш Африкалағы Бенин делегацияһын «Ле Сюпер Анж Дю Бенин» Милли бейеү коллективы кәүҙәләндерә. Уның ҡатнашыусыһы Куэви Обен Айиға, мәҫәлән, ҡурай тотоп торған Заһир Исмәғилев һәйкәле оҡшаған.
Балтик буйы илдәренән Фольклориадала Эстония ғына ҡатнаша. Унан «Сиидисосаро» фольклор ансамбле килгән. Коллективтан Хельги Ост “Башинформ” хәбәрсеһенә ансамбль тураһында һөйләгән. Башҡортостанға беренсе тапҡыр килгәндәр, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың уларҙың ерендә һөргөндә булғаны тураһында беләләр. Коллектив составында Палдиски (элекке Рогервик) ҡалаһынан бер кеше лә бар икән. Рогервик ҡәлғәһе – Салауат батыр ғүмеренең һуңғы йылдарын үткән урын.
Сығанаҡ: “Башинформ”.