+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 10:49

БӨГӨН БӨТӘ ДОНЪЯ ФОЛЬКЛОРИАДАҺЫ САРАЛАРЫ ДАУАМ ИТӘ

Бөгөн Башҡортостан Милли музейында ике күргәҙмә асылды: Халыҡ-ара музыка ҡоралдары күргәҙмәһен һәм Донъя халыҡтары битлектәре күргәҙмәһен асыу тантаналары үтте.

“Фольклориада йөрәге” халыҡ-ара һөнәрселәр күргәҙмәһе 13 сәғәттә асыласаҡ.

«Торатау» конгресс-холында СИОФФ-тың мәҙәниәт буйынса халыҡ-ара конференцияһы эш башланы.  Ә Салауат Юлаев майҙанында CIOFF® Йәштәр комитетының интерактив акциялары бара.

17 сәғәттә Гиннестың Рекордтар китабына инеү иҫәбен тотҡан ҙур күләмле хоровод башлана һәм Башҡорт драма театры эргәһендә старт ала. Уның артынса конгресс-холдың амфитеатрында «Фольклориада йөрәге» сараһы асыла.

Һүрәттә: донъя халыҡтары битлектәре күргәҙмәһенән.

Читайте нас: