+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июль 2021, 17:54

МӘҘӘНИӘТ БУЙЫНСА CIOFF®️ ХАЛЫҠ-АРА КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

Бөгөн Өфөлә «Торатау» конгресс-холында Мәҙәниәт буйынса CIOFF®️ халыҡ-ара  конференцияһы булды. «Донъя мәҙәни мираҫының өлөшө булараҡ  Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының матди булмаған мираҫы» тип аталған был сара CIOFF®️ VI Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә үтте.

В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова Фольклориада программаһының донъя халыҡтары ғына түгел, күп милләтле Рәсәй халыҡтары милли мәҙәниәттәре байлығын да күрһәтерлек итеп төҙөлөүе, тәжрибә һәм ғилем уртаҡлашыу маҡсатында билдәле фольклор ғалимдары саҡырылыуы тураһында һөйләне.

Тамара Валентиновна   фолькористиканы өйрәнеүгә фәнни ҡараш кәрәклеген билдәләне һәм ғалимдарҙы тикшеренеү өсөн киң халыҡ ижады даирәһенә иғтибар йүнәлтеүҙәрен һораны.  

ЮНЕСКО-лағы CIOFF®️ вәкиле  Магдалена Товорник конференцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлауға илдәрҙең етәкселеге яғынан ярҙам күрһәтелеренә өмөт белдерҙе.  

В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт Халыҡ ижады йорто директорының беренсе урынбаҫары Мери Русанова Рәсәйҙә матди булмаған мираҫты һаҡлау һәм таратыу тураһында сығыш яһаны һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған объекттарының әлеге ваҡытта тулыландырылыусы электрон реестры менн таныштырҙы.  

Конференцияла Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫының айырым объекттары күрһәтелде.  Мәҫәлән, Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге  генераль директоры Артур Әлибәков «Урал батыр» эпосы менән таныштырҙы, ә Алтай Республикаһы Халыҡ ижады үҙәге директоры алтай өзләүе һәм халыҡ музыка ҡоралдары тураһында һөйләне.

Сығанаҡ: "Башинформ". 

МӘҘӘНИӘТ БУЙЫНСА CIOFF®️ ХАЛЫҠ-АРА КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ
МӘҘӘНИӘТ БУЙЫНСА CIOFF®️ ХАЛЫҠ-АРА КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ
Читайте нас: