+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 10:56

ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫ РАЙОН-ҠАЛАЛАРҒА ТАРАЛА

VI  Бөтә донъя CIOFF®️  фольклориадаһы республика буйлап тарала. Тамаша программалары 22 район һәм ҡалала буласаҡ.

ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫ РАЙОН-ҠАЛАЛАРҒА ТАРАЛА
ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫ РАЙОН-ҠАЛАЛАРҒА ТАРАЛА

VI  Бөтә донъя CIOFF®️  фольклориадаһы республика буйлап тарала. Тамаша программалары 22 район һәм ҡалала буласаҡ.

Бөгөнгө сығыштарҙың урын-сәғәттәре түбәндәгесә:

13 сәғәттә фестиваль Салауат  ҡалаһы  (Беренсе Май урамы, 2а, «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙан) тамашасылары Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия, Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте менән танышыр.

15 сәғәттә Мишкәлә (Мишкә ауылы, Спорт урамы, 42, «Триумф» алдында)   Камерун, Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния вәкилдәре сығыш яһай.  

15 сәғәттә Дүртөйлөлә (Дүртөйлө ҡалаһы, Ленин урамы, 39, хакимиәт алдындағы майҙан) Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бениндан килгән ижади коллективтар үҙ мәҙәниәтен күрһәтер.

14 сәғәттә Өфөлә «Торатау» конгресс-холының өҫкө майҙансығында Польша, Панама, Италияның  ижади ансамблдәре уникаль шоу тәҡдим итер.

18 сәғәттә Конгресс-холл  амфитеатрында Болгария, Испания, Ҡаҙағстан, Колумбия артистары ҡатнашлығында концерт була. Унда Ырымбур дәүләт академия рус халыҡ хоры, Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова һәм Zventa Sventana фолк-проекты ҡатнашасаҡ.

Көн һайын 11 сәғәттән 17.30-ға тиклем Башҡортостан Милли музейында «Донъя халыҡтары битлектәре» һәм «Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары» тигән күргәҙмәләр эшләй. Инеү ирекле, тик битлек кейеү мотлаҡ.

   

Фото: Станислав Шахов (“Башинформ”).

Читайте нас: