Киң күләмле сағыу сара булараҡ, Бөтә донъя Фольклор байрамы төрлө фекерҙәр, хистәр уята, тәҡдимдәр, ниәттәр тыуҙыра.
CIOFF® президенты Филипп БОССАН Фольклориаданы асыу тантанаһына таң ҡалыуын һәм һоҡланыуын йәшермәне:
“Мин быға тиклем бындай иғтибарҙы күргәнем юҡ ине”, – тине ул.
Рәсәй Рекордтар китабы баш мөхәррире Станислав КОНЕНКО:
“Өфө ике донъя рекордын биргән ҡала булып тарихта ҡаласаҡ, беҙ халыҡтар дуҫлығы, тыныслыҡ ауызының шаһиты булдыҡ”.
Рәсәй Федерацияһы эске эштәр министры Сергей ЛАВРОВ:
“Бөтә донъя Фольклориадаһының Өфөлә эшләй башлауы төрлө илдәр һәм милләттәр вәкилдәренең үҙ-ара аңлашып һәм тыныслыҡта йәшәүенә булышлыҡ итәсәк”.
Журналистика ветераны Факил МЫРҘАҠАЕВ:
“Фольклориада тип беҙ үҙебеҙҙең ауыҙ-тел ижадын тарайтмайбыҙмы икән, тигән фекерем бар. Шуға килгән ҡунаҡтарҙы халҡыбыҙҙың әҙәби һәм рухи өлгөләре менән күберәк таныштырырға кәрәк. Миңә, мәҫәлән, Венгрия делегацияһының алдан уҡ беҙҙең ауыҙ-тел ижады өлгөләрен өйрәнеп килеүе оҡшаны. Иллегә яҡын ил вәкилдәре, ике меңдән ашыу ҡатнашыусы үҙ илдәренең ауыҙ-тел ижады, рухи хазиналары менән үҙ-ара алышып, бер-береһен артабан да байытасаҡ”.