+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 22:19

ХАЛЫҠ-АРА ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫ ХАЛЫҠТАРҘЫ БЕРЛӘШТЕРӘ

Бөгөн VI Бөтә донъя CIOFF®️ фольклориадаһы саралары Салауат ҡалаһында, Әбйәлил, Дүртөйлө, Мишкә райондарында үтте.  Тамашасылар Австрия, Боливия, Словакия, Греция, Мексика, Индонезия, Рәсәй, Палестина, Франция, Белоруссия, Перу һәм башҡа ил вәкилдәренең сағыу сығыштарын ҡараны. Республиканың ижади коллективтары ла ҡатнашты.   

«Бөтә донъя фольклориадаһын мин былтырҙан көтәм. Хатта календарҙа ла башланыу көнөн билдәләп ҡуйҙыҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пандемия байрамды былтыр үткәрергә мөмкинлек бирмәне. Фольклориаданан алынған тәьҫораттар шәп, ҡыуаныслы. Өсөнсө көн телевизорҙан асыу тантанаһын,  кисә ҡатнашыусыларҙың амфитеатрҙағы әйлән-бәйләнен ҡараныҡ. Был байрам кешеләр бергәләп, татыу һәм мөхәббәттә йәшәһен өсөн кәрәк, ул берләштерә», - тигән Салауаттан Сергей Меньшиков.

Иртәгә фестиваль Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында, Нуриман, Ҡариҙел, Яңауыл, Бөрйән райондарында дауам итәсәк.

Фольклориада майҙандарының бөтәһендә лә  термометрия, ҡулды дезинфекциялау һәм битлек кейеү мотлаҡ.  Бөтә саралар open-air форматында үтә.

Сығанаҡ: Фольклориаданың рәсми сайты.

Читайте нас: