+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 14:16

ОЛЕНА УУТАЙ ЯҠУТ МӘҘӘНИӘТЕНӘ ҒАШИҠ

Кисә «Фольклориада йөрәге» программаһында Саха артисткаһы Олена Уутай сығыш яһаны. Ул ҡумыҙҙа, дөңгөрҙә уйнай, өзләй. Оленаның тормош һәм ижад юлы бик үҙенсәлекле.

ОЛЕНА УУТАЙ ЯҠУТ МӘҘӘНИӘТЕНӘ ҒАШИҠ
ОЛЕНА УУТАЙ ЯҠУТ МӘҘӘНИӘТЕНӘ ҒАШИҠ

Кисә «Фольклориада йөрәге» программаһында Саха артисткаһы Олена Уутай сығыш яһаны. Ул ҡумыҙҙа, дөңгөрҙә уйнай, өзләй. Оленаның тормош һәм ижад юлы бик үҙенсәлекле.

Ҡыҙыҡай Якутск ҡалаһында Вера һәм Борис Подлужныйҙар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Ата-әсәһе сығышы менән Украинанан була. Заманында атаһы Яҡутстанға эшкә килгән дә ошонда тороп ҡалған. Әсәһе Ольганы ҡырҡ йәшендә таба. Ҡыҙҙың ағай-апайҙары әле Украинала һәм Ҡаҙағстанда йәшәй. Ольганың сәнғәткә, ижадҡа ынтылғанын ғаиләлә бәләкәстән күрәләр. Ете йәшенән ул Юғары музыка мәктәбендә уҡый, фортепианола уйнарға өйрәнә. Мәктәпте тамамлағас, мәҙәниәт буйынса юғары уҡыу йортонда уҡый.    

Ҡумыҙ менән уны мәктәптә уҡығанда күршелә йәшәгән Диана тигән яҡут ҡыҙы таныштыра, Оляға ҡумыҙҙа уйнау оҡшап ҡала һәм ул әктәптә түңәрәккә йөрөй башлай.

Студент сағында ауыр операция арҡаһында уҡыуын ҡалдырып торорға мәжбүр булған  Ольганы «Айархаан» этно-төркөмө етәксеһе Альбина Дегтярева саҡыра, мәктәптә сағында ул йөрөгән түңәрәкте лә ошо ханым алып барған була, шуға электән таныш булып сығалар. Ике йыл ошо төркөмдә шөғөлләнгәндә Ольга бик күп гастроль юлдары үтә, тәжрибә йыя, коллектив төрлө конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә еңә.

Бына бер нисә йыл инде Ольга яңғыҙ сығыш яһай, ул Олена Уутай (яҡутса “һыуҙан тыуған сер мәғәнәһендә”) тигән исем ала.

Хәҙер инде Олена Уутай — Рәсәйҙә генә түгел, донъяла билдәлелек ала барған артистка һәм үҙен яҡут милләте, яҡут мәҙәниәте вәкиле тип һанай.

«Беҙҙең яҡут мәҙәниәтенең үҙенсәлеге — тәбиғәт менән аралашыу,  изге хайуандарҙың, ҡоштарҙың, тәбиғәт күренештәренең өн-ауаздарына оҡшатыу. Кешенең тәбиғәт менән бәйләнеше, уның менән берлеге минең ижадымдың үҙәгенән үтә», – ти Олена Уутай.

Артистка сәхнәгә сығыр алдынан битенә аҡ тамғалар төшөрә. Уларҙы яҡут рундары тип һанарға була, ти Олена һәм был биҙәктәрҙең үҙен һаҡлауына ышана. Ирен өҫтөнә төшөрөлгән изге ҡош аҡсарлаҡ музыкамды, йырымды алыҫтарға алып китә, ти ул. Ижадсы аңлатыуынса, тамсылар сафландырғыс ҡар-ямғырҙы кәүҙәләндерә, танауына төшөрөлгән изге ағас өс донъяны берләштерә, көс-ҡеүәт бирә.

Өфөгә ул беренсе тапҡыр ғына килмәй. Июндә Башҡорт дәүләт филармонияһында концерты булды, тағы бер концерты 7 октябрҙә үтәсәк.

Олена Уутай Өфөлә уның ижадын белеүселәрҙең күплегенә ҡыуана, Башҡортостан музыканттары менән дә таныш.

Фольклориаданы  Олена Уутай ябай байрам ғына түгел, ә тарихи маяҡ та тип  һанай.  

Фото: Валерий Шахов (“Башинформ”).

 

Читайте нас: