5 июлдә Екатеринбургта ИННОПРОМ Халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе асылды. Ул 8 июлгә тиклем эшләйәсәк. Бөгөнгө ултырышында Рәсәй субъекттарының 2020 йылғы сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелегенә йомғаҡ яһағандар. Башҡортостан беренсе урынды алған.
Башҡортостан сәнәғәте вәкилдәре был уңайҙан үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша һәм, республика етәкселегенең иҡтисадты, сәнәғәтте үҫтереү эшмәкәрлеген юғары баһалап, беренсе урынды көтөлгән һөҙөмтә тип атай.
БСК-ның генераль директоры Эдуард Давыдов Башҡортостандың еңеүен республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм уның командаһының бер ниндәй шиккә урын ҡалдырмаҫлыҡ ҡаҙанышы тип баһалай.
Һуңғы ярты йыл буйына көн һайын БР Сәнәғәт министрлығы, Хөкүмәт, республика Башлығы менән барған хеҙмәттәшлек һәм аралашыу тураһында һөйләп, Эдуард Давыдов сода компанияһының улар яғынан иҫ киткес ҙур булышлыҡ һәм ярҙам күреүен һөйләй. Экспортлауҙа ярҙам, Сәнәғәтте үҫтереү фондынан производствоны киңәйтеүгә, яңы производстволар асыуға субсидиялар һәм кредиттар алыу предприятиеның төп күрһәткестәрен 30 процентҡа һәм унан да күберәккә үҫтерергә шарттар тыуҙырған. Гендиректор республика етәкселегенең бизнесҡа иғтибарлы мөнәсәбәтен, ваҡ-төйәктә лә, күләмле проблемаларҙы хәл иткәндә лә ярҙам итергә ынтылып тороуын билдәләгән.
Олег Яровиков фотоһы.