+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 22:02

АҠ ЕЛӘНЛЕ БАШҠОРТ ЕГЕТЕ МАНИЖАҒА 100 РАУЗА БҮЛӘК ИТКӘН

Өфөнән 30 йәшлек Илнур Мифтахов, Дикий Башкир никлы инстаграм блогеры, йырсы Манижа менән уның әсәһе Нәжибә Усмановаға бүләк әҙерләгән.

Блогер Евровидение-2021 ҡатнашыусыһына – 100 рауза, ә әсәһенә башҡорт түшелдереге бүләк итмәк була. Манижаның әсәһе ҡыҙының продюсеры, ярамсыһы һәм кәңәшсеһе булып тора, шуға ижади уңыштар икеһенеке лә  һанала.

Илнур ныҡлы әҙерләнә, бүләген үҙенсәлекле итеп тапшырырға план ҡора.  Фарсы теленән Манижаның исеме «наҙлы, нескә» тигәнде аңлата, шул уҡ ваҡытта ҡыҙ бик көслө холоҡло. Илнур уның ижадына ла, холҡоноң ныҡлығына ла һоҡлана.

Егет Манижа туҡтаған ҡунаҡхана алдына Ночка тигән ҡара атҡа менеп килә. Манижа бүләккә шатлана ла, ғәжәпләнә лә, ат менеп бер әйләнергә теләк белдерә. Илнур уның был теләген дә үтәй, әлбиттә.

Нәжибә ханымға ла бүләк бик оҡшай, ул уны шунда уҡ кейеп ала.

Манижа Өфөнөң һәм өфөләрҙең мәҙәнилелек, зыялылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ кеүек һыҙаттарын бик оҡшатҡан.  Баҡһаң, уның бэк-вокалисткаһының да тамырҙары ошонан икән. Василиса Өфөлә беренсе тапҡыр, киләсәктә килергә һәм ата-бабалары төбәгенең мәҙәниәтен өйрәнергә ҡарар иткән. 

Сығанаҡ: "Башинформ". 

АҠ ЕЛӘНЛЕ БАШҠОРТ ЕГЕТЕ МАНИЖАҒА 100 РАУЗА БҮЛӘК ИТКӘН
АҠ ЕЛӘНЛЕ БАШҠОРТ ЕГЕТЕ МАНИЖАҒА 100 РАУЗА БҮЛӘК ИТКӘН
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: