+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 11:37

ФОЛЬКЛОРИАДА БӨГӨН НУРИМАН, ҠАРИҘЕЛ, БӨРЙӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЯҠТАРЫНА БАРА

Бөгөн кис Конгресс-холда “Фольклориада йөрәге” программаһында Евровидение-2021 ҡатнашыусыһы йырсы Манижа сығыш яһай.  Шулай уҡ Боливия, Австрия, Италия, Рәсәй ижади коллективтарының сығышы ҡыуандырыр. Ә көндөҙгө 2-лә  «Торатау» эргәһендәге өҫкө майҙансыҡта Башҡортостан коллективтары, шул иҫәптән «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай.

ФОЛЬКЛОРИАДА БӨГӨН НУРИМАН, ҠАРИҘЕЛ, БӨРЙӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЯҠТАРЫНА БАРА
ФОЛЬКЛОРИАДА БӨГӨН НУРИМАН, ҠАРИҘЕЛ, БӨРЙӘН, СТӘРЛЕТАМАҠ ЯҠТАРЫНА БАРА

Бөгөн кис Конгресс-холда “Фольклориада йөрәге” программаһында Евровидение-2021 ҡатнашыусыһы йырсы Манижа сығыш яһай.  Шулай уҡ Боливия, Австрия, Италия, Рәсәй ижади коллективтарының сығышы ҡыуандырыр.
Ә көндөҙгө 2-лә  «Торатау» эргәһендәге өҫкө майҙансыҡта Башҡортостан коллективтары, шул иҫәптән «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле сығыш яһай.

Район һәм ҡалаларҙа ла Фольклориада сығыштары көтөлә. Бөтәһендә лә программалар
13-00 сәғәттә башлана.
Нуриман районына Греция, Польша, Колумбия, Ҡаҙағстан, Панама ҡунаҡтары бара.
Индонезия, Словакия, Мексика, Испания, Болгария вәкилдәре Стәрлетамаҡта сығыш яһай.
Ҡариҙел районы Франция, Палестина, Эквадор, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Румыния ҡунаҡтарын көтә.
Бөрйән районы халҡына Венгрия, Черногория, АҠШ, Ҡырғыҙстан, Коста-Рики, Швецария, Албания мәҙәниәте менән танышыу насип буласаҡ.
Концерттарҙа Башҡортостан коллективтары ла ҡатнашасаҡ.
Фестиваль майҙансыҡтарына инеү ирекле, ләкин мотлаҡ битлектә булыу талап ителә.  

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Читайте нас: