+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 09:44

ФОЛЬКЛОРИАДА: КЕМДЕЛЕР ҺӨТЛӨ СӘЙ АПТЫРАТҠАН, ИКЕНСЕЛӘРҘЕ – ҠАРАБОЙҘАЙ БУТҠАҺЫ

Фольклориадала эшләгән тәржемәсе ирекмәндәр, халыҡ-ара байрамда ҡатнашыу  өсөн Башҡортостанға килгән сит ил кешеләренә нимәләр ғәжәп тойолғанын һәм аптыратҡанын  күҙәтеп-һорашып, түбәндәге фекерҙәрҙе йыйған.

«Рәсәйҙәр бөтә ризыҡҡа ла тиерлек укроп һала! Беҙҙең Австрияла уны ҡайһы бер блюдоларҙа ғына ҡулланалар».

«Беҙҙе кураторыбыҙҙың сәйгә һөт өҫтәгәне аптыратты! Беҙ был ике ингредиентты ҡатнаштырырға мөмкинлеген башыбыҙға ла килтермәй инек. Тағы, Калининград территориаль йәһәттән Европала булһа ла, уның барыбер Рәсәйҙә икәне лә яңылыҡ булды», – тигәндәр Панаманан килгән төркөмдәгеләр.

«Шул факт шаҡ ҡатырҙы: рәсәйҙәр башлыса атаһының фамилияһын йөрөтә, тағы атаһының исеме бар, ә беҙҙә  ике исем һәм ике фамилия – береһе атайҙыҡы, икенсеһе әсәйҙеке», – тигәндәр Колумбиянан килгән ҡунаҡтар.

«Беҙ беренсе тапҡыр ҡарабойҙайҙан ауыҙ иттек. Уның тәме беҙгә бик сәйер булып тойолдо», – тигән Испания коллективындағылар.

Читайте нас: