+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 15:22

ФОЛЬКЛОРИАДА: ЙЫЛҠЫСЫҠҠАН БУЙЫНДА АҠБУҘАТҠА ҺӘЙКӘЛ АСЫЛДЫ

Бөрйәндә Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылды. Һәйкәлде асыу тантанаһында CIOFF президенты Филипп Боссан, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә  Шафиҡова, Фольклориадала ҡатнашыусылар һәм башҡа ҡунаҡтар булды.  

«Аҡбуҙат» композицияһы Кәҫле заводында суйындан ҡойолған, уның авторы –  скульптор Өлфәт Ҡобағошов. Ижадсы был һәйкәл тураһында 1977 йылдан бирле хыялланған. Әле уның тағы бер хыялы бар – Өфөлә Урал батырға һөйкәл ҡуйыу.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр һәйкәл асыу тантанаһында Аҡбуҙат скульптураһының әһәмиәте, был образда башҡорт халҡының боронғо тарихы, уның рухы сағылыуы тураһында һөйләне.  

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының әһәмиәтле образдарының береһе булғанға был һөйкәлде асыу ваҡиғаһы  халыҡ-ара Фольклориада программаһы өсөн бик йәтеш һәм ҡулай булды.   

Фото: Юлай Кәримов. 

Читайте нас: