+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 10:52

ХАЛЫҠТЫҢ АУЫҘ-ТЕЛ ИЖАДЫ МӘҢГЕ ТЕРЕ!

Фольклор ғына түгел, ул – халыҡтың ауыҙ-тел ижады. Ә бөгөн халыҡ ижадына урын бармы? Бының өсөн ошо быуат башланғанда тыуған, беҙ ышанған, ләкин әҙәм ышанмаҫлыҡ әкиәттәрҙе иҫкә алыу ҙа етә.

Май шәмдәрҙе, ярмаларҙы тоҡлап һатып алған халыҡ – беҙ ул. Бөгөн беҙ тажлы зәхмәт менән бәйле өр-яңы ижад өлгөләре таратабыҙ һәм ышанабыҙ. Йәнәһе, һис тә вакцина түгел, шыйыҡ чип, йәғни симка. Кемдер ваҡыты еткәс төймәгә баҫһа, күмәкләп һайлауға барасаҡбыҙ һәм тауыш бирәсәкбеҙ, әлбиттә, тейешле фирҡәғә йә кандидатҡа. Миңә, мәҫәлән, ошо әкиәт оҡшаны, сөнки ул шуны раҫлай: халыҡтың ижади мөмкинлектәре сикһеҙ, тик уны беҙ файҙалана ғына белмәйбеҙ.

Әйҙәгеҙ, бергәләп яңы һәм күңелле йырҙар, әкиәттәр, көләмәстәр ижад итәйек. Килер быуындар һоҡланып өйрәнһен һәм йырлаһын. Бөгөнгө һымаҡ!

Читайте нас: