+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 19:06

РАЕВКАЛАР КИНОҒА ЙӨРӨЙ

2020 йылдың декабрендә Раевка ауылының  социаль-мәҙәни үҙәгендә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Ватан кинематографияһына социаль һәм иҡтисади булышлыҡ итеү федераль фонды аҡсаһына кинозал асылғайны.   

Хәҙер Әлшәй районы халҡы Рәсәй һәм сит ил кинематографы яңылыҡтарын тәүгеләр иҫәбендә ҡарау мөмкинлегенә эйә. Кинозал заманса йыһазландырылған, кино сеанстарына балалар ҙа, өлкәндәр ҙә килә.  

Июлдә кинозалда «Панда против пришельцев» мульфильмы, «Джетлаг» комедияһы, «Кензели» мелодрамаһы, «Бегущая в лабиринте», «Лена и львенок» фильмдары күрһәтеләсәк.

Сығанаҡ: Әлшәй район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: