+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Июль 2021, 10:28

ТИНА ҠУРАЙ ТАРТЫРҒА ӨЙРӘНЕРГӘ ТЕЛӘЙ

Кисә «Фольклориада йөрәге» программаһында конгресс-холда Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова менән Zventa Sventana фолк-проекты сығыш яһаны. Төркөмдөң Өфөгә беренсе тапҡыр килеүе. Улар «На горе мак» тигән яңы альбомындағы һәм элекке башҡа хиттарын башҡарҙы.   

ТИНА ҠУРАЙ ТАРТЫРҒА ӨЙРӘНЕРГӘ ТЕЛӘЙ
ТИНА ҠУРАЙ ТАРТЫРҒА ӨЙРӘНЕРГӘ ТЕЛӘЙ

Кисә «Фольклориада йөрәге» программаһында конгресс-холда Рәсәй йырсыһы Тина Кузнецова менән Zventa Sventana фолк-проекты сығыш яһаны. Төркөмдөң Өфөгә беренсе тапҡыр килеүе. Улар «На горе мак» тигән яңы альбомындағы һәм элекке башҡа хиттарын башҡарҙы.   

Тина репертуар өсөн материалды архивтарҙан — Рәсәй фольклорының ХХ быуат этномузыкологтары йыйған алтын фондынан ала.   

«Бөгөн традицион, тамыр мәҙәниәт иң юғары урындарҙа түгел, – тип һөйләгән Тина Кузнецова “Башинформ” хәбәрсеһенә. –  Донъя шулай итеп ҡоролған: айырыуса беҙҙең илдә бөтә фольклорҙы урта ҡул итеү йә юҡҡа сығарыу өсөн, һис юғында уны сувернирға әйләндереү йә үтә ябай төҫ һәм ябай сифат биреү өсөн барыһы ла эшләнгән.  Беҙҙең тарафтан һәм һеҙҙең менән беҙҙең өсөн булдырылған ижадты элиталы әйбергә әйләндерергә ярамай. Иң ябай кешеләр йыр йырлаған,  тәрән тамырлы календарь йолалары башҡарған. Ә академик белем алып үҫкән кешенең ҡолағы  темперацияланған, нескә нәмәләрҙе айырыуҙан мәхрүм ителгән, йыш ҡына сирек тондарҙы тотоп ала алмай, бөтә нәмә таралған,  шымартылған. Ләкин бөтә композиторҙарҙы халыҡ мәҙәниәте рухландырған дабаһа».

Үҙенең сығыштарына артистка халыҡ музыка ҡоралдарын индерә. Уны һуңғы ваҡыт башҡорт ҡурайы бик ҡыҙыҡһындыра икән. Тина ҡурай тартырға өйрәнергә теләй.  

«Ҡурай миңә мөғжизәүи бер ҡорал булып асылды. Бик текә! Беләм, ул ир-ат һыҙығы буйынса быуындан-быуынға тапшырылған һәм һыбай егетлек күрһәтеүҙән дә текәрәк булып иҫәпләнгән.  Минең бик өйрәнгем килә, сөнки төрлө милләттәрҙең ҡамыш һыбыҙғыларын ҡулланам.  Мин Ринатҡа («Арғымаҡ» төркөмө лидеры Ринат Рамазанов – Ред.) мөрәжәғәт иткәйнем, ул миңә бына тигән сувенир ҡурай бүләк итте. Ул бик оҙон, ҡулымдың буйы етмәй. Мин бер өн дә сығара алманым! — тигән йырсы. — Импровизаторҙарҙың ғына ҡулынан килгән азатлыҡ кәрәк. Мин шөғөлләнергә һәм ҡурайҙы ижадыма индерергә әҙермен».

***

Zventa Sventana (Алиһәлек төшөнсәһен, ҡатын-ҡыҙ нескәлеген аңлата) — Тина Кузнецова менән «Гости из будущего» төркөмөн ойошторған Юрий Усачёвтың музыкаль проекты. Команда фольклорҙы электрон музыка, инди-поп, хип-хоп, нео-классика һәм башҡа стилдәр менән ҡатнаштыра. 2019 йылда “MTV Россия” телеканалы версияһы буйынса «Йыл музыканты» тип танылған. Элек Тина Кузнецова Өфөлә  Би2 төркөмө менән сығыш яһаған, Zventa Sventana проекты – Өфөлә беренсе тапҡыр.   

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Фото: Валерий Шахов

Читайте нас: