+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 11:41

БӨГӨН УЧАЛЫЛА, ТӘТЕШЛЕЛӘ, БОРАЙҘА ҺӘМ ОКТЯБРЬСКИЙҘА БАЙРАМ

Ошо көнгә VI Бөтә донъя фольклориадаһы саралары республиканың 9 муниципаль берәмегендә үтте.  Әле фестиваль Учалы ҡалаһында асылып тора. Тамашасылар  Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швецария, Албания мәҙәниәттәре менән танышасаҡ.

15 сәғәттә Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния вәкилдәре Борай районында сығыш яһай.  Тәтешле  районында ла программа 15 сәғәттә башлана.  Унда тамашасылар Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Чили, Парагвай һәм Бенин коллективтары менән осрашасаҡ.

16 сәғәттә концерт программаһы Октябрьский ҡалаһына асыла, һәм Польша, Боливия, Рәсәй, Болгария, Мексика һәүәҫкәрҙәре оҫталығын күрһәтәсәк.

Өфөлә 14 сәғәттә «Торатау» эргәһендә өҫкө майҙансыҡта тамашасыларҙы Ҡаҙағстан, Испания, Индонезия, Австрия, Колумбия коллективтары уникаль шоу менән ҡыуандырасаҡ.

18 сәғәттә  Конгресс-холдың амфитеатрында Словакия, Панама, Греция, шулай уҡ  Франциянан Plantec (Франция) төркөмө ҡатнашлығында концерт була.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: