+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 11:16

БӘЛӘБӘЙҘӘ МАЛСЫЛЫҠ КОМПЛЕКСЫ ЭШ БАШЛАНЫ

Бәләбәй районында «Таврос» компаниялар төркөмө сусҡа үҫтереү һәм һимертеү комплексының беренсе сиратын төҙөп бөттө.

БӘЛӘБӘЙҘӘ МАЛСЫЛЫҠ КОМПЛЕКСЫ ЭШ БАШЛАНЫ
БӘЛӘБӘЙҘӘ МАЛСЫЛЫҠ КОМПЛЕКСЫ ЭШ БАШЛАНЫ

Бәләбәй районында «Таврос» компаниялар төркөмө сусҡа үҫтереү һәм һимертеү комплексының беренсе сиратын төҙөп бөттө.

«Таврос»ҡа ингән «Башҡортостан ит компанияһы» йәмғиәтенең генераль директоры Ринат Зәйнуллин әйтеүенсә, биналар әҙер, әле инженерлыҡ селтәрҙәре ҡорола. Комплекс 80 мең баш сусҡа аҫрауға һәм һәр береһен 127 килограмға еткереп һимертеүгә иҫәпләнгән. Унда бөгөн үк 1580 баш сусҡа килтерәләр.

Төҙөлөштөң хаҡы 1 миллиард һумға яҡын. 45 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бәләбәй районына эш сәфәре менән барҙы һәм яңы объекттың эшкә әҙерлеген баһаланы.

Сығанаҡ: "Башинформ".

БӘЛӘБӘЙҘӘ МАЛСЫЛЫҠ КОМПЛЕКСЫ ЭШ БАШЛАНЫ
БӘЛӘБӘЙҘӘ МАЛСЫЛЫҠ КОМПЛЕКСЫ ЭШ БАШЛАНЫ
БӘЛӘБӘЙҘӘ МАЛСЫЛЫҠ КОМПЛЕКСЫ ЭШ БАШЛАНЫ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: