+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 10:01

ФОЛЬКЛОРИАДА УЯТҠАН ФЕКЕРҘӘР ҺӘМ ХИС-ТОЙҒОЛАР

Фольклориада ҡатнашыусылар халыҡ-ара байрам, Башҡортостан  тураһындағы тәьҫораттары, фекерҙәре менән уртаҡлаша: 

ФОЛЬКЛОРИАДА УЯТҠАН ФЕКЕРҘӘР ҺӘМ ХИС-ТОЙҒОЛАР
ФОЛЬКЛОРИАДА УЯТҠАН ФЕКЕРҘӘР ҺӘМ ХИС-ТОЙҒОЛАР

Фольклориада ҡатнашыусылар халыҡ-ара байрам, Башҡортостан  тураһындағы тәьҫораттары, фекерҙәре менән уртаҡлаша: 

Олена УУТАЙ (Саха Республикаһы):

– Кешеләр аралашмай, күп илдәр ябыҡ, әлбиттә, халыҡтың кәйефе төшә, улар үҙҙәрен яңғыҙ һәм терәкһеҙ тоя. Һәм ошо Фольклориада кеүек глобаль байрамдар (ә ул ябай күңел асыу йә сәйәси, иҡтисади, туристик отош килтергән сара ғына түгел)  бөтәһенән элек рухты байыта, кешеләргә дәрт-дарман һәм киләсәккә, көслө булыуыбыҙға өмөт бирә. Үҙебеҙҙә булған иң ҡиммәтле нәмәбеҙ – мәҙәниәтебеҙ менән алмашабыҙ.  Ул үлемһеҙ, ул мәңгелек, ул беҙҙең тәжрибәбеҙ, ата-бабаларыбыҙ аҡылы, ул донъяны һауыҡтырырға һәләтле ыңғай тулҡын тыуҙыра торған энергиялар һәм мәҙәниәттәр синтезы.

**

«ЧРНА ГОРА» ансамбле етәксеһе Сретен КАЛУДЕРОВИЧ (Черногория):

– Беҙ Мәскәү аша осоп килдек. Мин әле үҙем тәрән хөрмәт иткән илдәмен.  40 йыл элек Новочеркасскиҙағы фестивалдә ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Советтар Союзы ваҡыты ине. Әле күргәндәрем – бөтөнләй икенсе. Ләкин былар мин көткәндән күпкә яҡшыраҡ. Бик йылы ҡаршы алдылар. Кешеләр йылмая, ихластар. Беҙҙең коллектив күп милләтле: черногорҙар ҙа, хорваттар ҙа, сербтар ҙа, чехтар ҙа бар. Бөгөн Әбйәлил ерендә – минең бөтә ғаиләм – ҡатыным, өс улым. Беҙ килгәнебеҙгә, мәҙәниәтебеҙҙең бәләкәс кенә ярсығын булһа ла күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ – туғандаш халыҡтар, шуны онотмағыҙ. Беҙ онотмайбыҙ. Фольклориада – ул сәйәсәтте ҡыҫтырмай ғына осрашыу, яҡшы кәйеф уртаҡлашыу өсөн һылтау. Бөгөн ошонда булыуыбыҙға бик шатбыҙ.

**

Венгрия халыҡ университеты профессоры Йосиф СИГЕТВАРИ (Венгрия):

– Бында килгән саҡта миндә төрлө хистәр ҡайнашты. Тулҡынландым. Был донъяла күп йәшәгән һәм күпте күргән мин тәүге тапҡыр ата-бабамдар көн иткән төбәктә.  Беҙ был турала беләбеҙ.  Бәлки, нәҡ ҡан хәтере беҙгә  башҡорт халыҡ йыры  «Ҡарабай»ҙы ҡыйынлыҡһыҙ өйрәнергә һәм Фольклориадала йырларға ярҙам иткәндер.

Беҙҙең ансамбль йәшәгән ҡалабыҙ исеме менән «Кечкемент» тип атала. Коллективта 35 кеше: дүрт музыкант, ике һөнәр эйәһе, ҡалғандары – бейеүселәр. Беҙ бына 11 йыл инде фольклор йыябыҙ, йырҙар, бейеүҙәр өйрәнәбеҙ.   

 

«Евровидение-2021» ҡатнашыусыһы йырсы МАНИЖА:

Мине Фольклориаданың күләмлелеге, ҡатнашыусы илдәрҙең күплеге шаҡ ҡатырҙы. Ғәмәлдә бында, Өфөлә, барған «Евровидение» бит — был хәтәр! Бөтәһе лә бик матур, ҙур күләмле, тамашасылар һеҙҙә бик үҙенсәлекле — йырҙы башынан аҙағына тиклем тыңлайҙар, бөтә ҡалаларҙа ла музыкаға мөнәсәбәт улай түгел бит. Ойоштороусылар ҙа күп ерҙә сифатҡа, тауыш яңғырашына, артистың үҙен нисек тойоуы кеүек ваҡ-төйәктәргә бындағы кеүек иғтибарлы түгел. Беҙҙе хәстәрлек менән солғап алдылар, беҙгә бында бик уңайлы, рәхмәт.

Фотола: «ЧРНА ГОРА» ансамбле етәксеһе Сретен КАЛУДЕРОВИЧ.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: