+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 20:15

ХОРВАТ МУЗЫКАНТЫН ҠУРАЙ ӘСИР ИТКӘН

21 йәшлек Михал Овечкович Фольклориадаға Хорватиянан килгән, ул «Бушовец» тигән ансамблдә волынкала уйнай. Волынкаһы ҡулдан эшләнгән, Михал кеше ҡулы менән яһалған музыка ҡоралдарын ярата. Уларҙы бәләкәйҙән үҙе лә эшләй, был әүәҫлек атаһынан килә икән.

Бөгөн Фольклориадала ҡатнашыусылар Яңауылда сығыш яһаны. Улар араһында Михал да була. Концертта ул ҡурай тартҡанды ишетә.  Ҡурайҙың яңғырашы, моңо уны шаҡ ҡатыра. Сығыш мәшәҡәттәренән бушау менән ул ҡурай тураһында һораша башлай, уйнарға өйрәтеүҙәрен үтенә.  Яңауыл ҡалаһының «Хаят» халыҡ театры режиссёры Салауат Хәмзин  егет менән шөғөлләнергә ризалаша. Ҡурайҙа өн сығарып өйрәнеү бик үк ябайҙан түгел,  шулай ҙа уҡытыусыһы шәкертен “мал булыр” тип баһалаған.

Сығанаҡ: "Башинформ".  

ХОРВАТ МУЗЫКАНТЫН ҠУРАЙ ӘСИР ИТКӘН
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: