Рәсәй Олимпия комитеты Токиола үтәсәк XXXII Йәйге Олимпиадаға барырға тейешле Рәсәй йыйылма командаһы исемлеген раҫлаған. Уға 355 спортсы ингән. Араларында Башҡортостандан биш спортсы бар.
Улар – фехтовальщиктар Аделина Заһиҙуллина менән Тимур Сафин, слаломсы Алһыу Минәзева, байдарка һәм каноэ ишкәкселәре Александр Сергеев менән Варвара Баранова.
Олимпиада былтыр булырға тейеш ине, пандемия арҡаһында кисектерелде. Ул 23 июлдә асыласаҡ һәм 8 августа тамамланасаҡ.
Фотола: Тимур Сафин (БР Фехтование федерацияһы сайтынан).
Сығанаҡ: "Башинформ".