+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2021, 10:28

ВАСИЛИСАНЫҢ ТАМЫРҘАРЫ – БЫНДА

«Евровидение-2021» ҡатнашыусыһы Манижаның төркөмөндә Өфөгә Василиса Савоськина тигән бэк-вокалистка ла килгән. Ҡыҙҙың тамырҙары Өфөлә икәнен хәбәр иткәйнек инде. Бында уның ҡәрҙәштәре йәшәй икән.  

ВАСИЛИСАНЫҢ ТАМЫРҘАРЫ – БЫНДА
ВАСИЛИСАНЫҢ ТАМЫРҘАРЫ – БЫНДА

«Евровидение-2021» ҡатнашыусыһы Манижаның төркөмөндә Өфөгә Василиса Савоськина тигән бэк-вокалистка ла килгән. Ҡыҙҙың тамырҙары Өфөлә икәнен хәбәр иткәйнек инде. Бында уның ҡәрҙәштәре йәшәй икән.  

«Өләсәйем Туҡтарова Луиза Сәйет ҡыҙы — татар һәм башҡорт сығышлы, ғүмере буйы Өфөлә Чернышевский урамында йәшәне. Былтыр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәрхүм булды, Көньяҡ зыяратта ерләнгән.  Мин уның менән әллә ни яҡын аралашмағайным, бында ете йәшемдә генә булғайным. Балалар тимер юлында поезда йөрөгәнем иҫтә ҡалған. Әле бына килгәс, тамырҙарымды өйрәнергә кәрәк, тигән теләк тыуҙы.  Мин бында киләсәкмен әле, күрергә, ял итергә, тыуған урамдар буйлап йөрөргә», — тип һөйләгән Василиса Савоськина «Башинформ» хәбәрсеһенә.

Ҡыҙ Силәбе өлкәһендәге Озерск тигән ябыҡ ҡалала тыуған.  Ике йәшендә әсәһе уны алып Мәскәүгә күсеп киткән.  Бәләкәйҙән музыка менән шөғөлләнә.

Василисаны икенсе бер төркөмдә эшләп йөрөгән сағында сығышын Манижа күреп ҡала ла үҙенә саҡыра. Улар инде дүрт йыл ярым бергә эшләй.  Василиса Манижа тураһында бик яҡшы фекерҙә, уның менән эшләү еңел, намыҫлы, ихлас кеше, ти. Шулай уҡ Манижаның сәхнәлә лә, тормошта ла бер төрлө булыуын, әллә кем булып ҡыланмауын билдәләй.

 

Сығанаҡ: "Башинформ". 

ВАСИЛИСАНЫҢ ТАМЫРҘАРЫ – БЫНДА
ВАСИЛИСАНЫҢ ТАМЫРҘАРЫ – БЫНДА
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: