-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 11:46

ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫНДАҒЫ ҠЫҘЫҠТАР

Фольклориада барышында төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, иҫ киткес ваҡиғалар ҙа булып ҡуя. Бына бер нисәһе.

ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫНДАҒЫ ҠЫҘЫҠТАР
ФОЛЬКЛОР БАЙРАМЫНДАҒЫ ҠЫҘЫҠТАР

Фольклориада барышында төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр, иҫ киткес ваҡиғалар ҙа булып ҡуя. Бына бер нисәһе.

***

Мексиканан килгән Луиза Меза Октябрьскийҙа сығыш яһағанда яҡында ғына ике сәғәт оҙонлоғондағы күпер барлығын белеп аптырған. Һүҙ Башҡортостан менән Татарстан сигендәге күпер тураһында бара. Сәғәт бүлкәттәрендәге айырма арҡаһында ул ике сәғәт буйы үтелә тип һанала беҙҙә. Баҡһаң, ундай күпер Мексикала ла бар икән. Тик уларҙағының айырмаһы бер сәғәт кенә. Луиза Мексикалағынан оҙонораҡ ваҡыт күпере осратҡанға аптыраған.

***

Чилиҙа Фольклориадала ҡатнашыу өсөн ил төбәктәренән иң  яҡшы бейеү төркөмөн һайлап алыу репетициялары онлайн режимда өс ай буйы барған.

***

Фольклориадаға Хорватиянан килгән ижади коллектив – Бушевец тигән ауылдан. Унда 900 кеше йәшәй. Шуларҙың 400-ө (!) ижади коллектив ағзаһы булып тора икән. Етәксеһе Ненад Рожиц ике йәштән шөғөлләнә. Ҡатыны Ирэна ла сығыш яһай һәм фотограф вазифаһын үтәй, ҡыҙҙары Люция бейей, улдары Филип музыка ҡоралдарында уйнай.

***

Нуриман районы Иҫке Бәҙәй ауылынан Вадим Асеев районға Фольклориада килерҙән бер аҙна элек кенә армиянан ҡайтҡан. Ғаиләһе байрамда сығыш яһарға әҙерләнеп йөрөй икән. Бәләкәйҙән ижади мөхиттә үҫкән егет репетицияға ҡушылған һәм ғаиләһе менән бергә ҡунаҡтар алдында сығыш яһаған.

***

Эстониянан килгән Райву Юлеманте бында үҙенең әрме хеҙмәттәшен тапҡан. Ул Дөртөйлөлә йәшәгән билдәле журналист һәм балалар яҙыусыһы Илдус Тимерханов менән Уссурийскиҙа сик буйы ғәскәрҙәрендә бергә хеҙмәт иткән икән. Был турала “Ҡыҙыл таң” гәзите яҙҙы. Һүрәттә –  һулда Райву, уның эргәһендә Тимерханов (Миләүшә Латипова фотоһы). Райву Юлеманте ғүмер буйы мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән, әле фольклор коллективында бейеүсе булып йөрөй.

 

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас: