+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 10:52

ФОЛЬКЛОР ФЕСТИВАЛЕ ТАҒЫ ӨС КӨН БАРАСАҠ

Бөгөн 14 сәғәттә Фольклориаданы сибайҙар ҡабул итә.  Тамашасылар Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания халыҡтарының мәҙәниәте менән танышасаҡ.

ФОЛЬКЛОР ФЕСТИВАЛЕ ТАҒЫ ӨС КӨН БАРАСАҠ
ФОЛЬКЛОР ФЕСТИВАЛЕ ТАҒЫ ӨС КӨН БАРАСАҠ

Бөгөн 14 сәғәттә Фольклориаданы сибайҙар ҡабул итә.  Тамашасылар Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, АҠШ, Швейцария, Албания халыҡтарының мәҙәниәте менән танышасаҡ.

15 сәғәттә Боливия, Греция, Панама, Ҡаҙағстан, Испания коллективтары Ауырғазы  районында сығыш яһай. Ошо уҡ ваҡытта Ҡырмыҫҡалы районы тамашасылары Словакия, Болгария, Колумбия, Австрия, Рәсәй һәүәҫкәр артистарының сығышын ҡараясаҡ.

15 сәғәттә Нефтекама ҡалаһында концерт программаһы башлана, унда Әзербайжан, Хорватия, Һиндостан, Эстония, Парагвай, Бенин вәкилдәре бара.

16 сәғәттә Асҡын районы Палестина, Франция, Белоруссия, Төньяҡ Македония, Перу, Эквадор, Румыния коллективтарын ҡабул итә.

Ижади форумда республика ҡала-райондарының художество коллективтары ла сығыш яһаясаҡ.

18 сәғәттә Өфөләге конгресс-холл амфитеатрында  Индонезия, Польша, Мексика  фольклор коллективтары һәм Ҡаҙағстандан Ulytau этно-рок төркөмө ҡатнашлығында концерт программаһы башлана.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: