+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 10:27

“ПЛАНТЕК”ТЫ ТЫҢЛАНЫҠ, СИРАТТА – “УЛЫТАУ”

Беҙ “Парижды ла күрҙек беҙ” тип йырлаһаҡ, француздар “Өфөнө лә күрҙек беҙ” тип йырлар әле. VI Бөтә донъя CIOFF Фольклориадаһының бишенсе кисендә конгресс-холл амфитеатрында  “Plantec” төркөмө сығыш яһаны. Фольклориада программаларында Франциянан «Лез Энфан Д’Арoзио» тигән фольклор коллективы ҡатнаша.

“Plantec” төркөмө үҙен Францияның Бретонь тигән төбәгенең хәҙерге заман музыкаһы лидеры тип таныштыра. Музыканы, аранжировканы ун йыл элек был төркөмдө ойошторған Одран менән Янник Плантектар эшләй. Сығыштарҙа бомбарда, акустик гитара кеүек традицион музыка ҡоралдары менән заманса синтезаторҙар һәм сэмплерҙар ярашып яңғырай. Төркөм ете альбом сығарған, донъя буйлап 1000-ләп концерт ҡуйған.

«Беҙҙең музыканы «ҡырағай» тигән һүҙ менән һүрәтләргә була, сөнки беҙҙең музыкаға кешеләр бейей», – тине Янник Плантек Өфөләге сығышында, тамашасыларҙы бейергә саҡырып.

***

Амфитеатрҙа тағы өс киске концерт ҡалды. Бөгөнгөһөнөң хедлайнеры – Ҡаҙағстандан донъя кимәлендә билдәле “Улытау” коллективы. Был төркөмгә – 20 йәш. Скрипка менән думбыра музыка ҡоралдарын яраштырған проект булараҡ башлана. Инструменталь этно-рок стилендә эшләй. Ижады ҡаҙаҡ һәм төрки мәҙәниәттәре элементтарын көнбайыш һәм көнсығыш мәҙәниәттәр буяуҙары менән ҡушыуҙан ғибәрәт.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: