+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2021, 13:06

“УРМАН” ОПЕРАЦИЯҺЫ БАРЫШЫНДА НИМӘЛӘР АСЫҠЛАНҒАН?

Урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙан яҡлау маҡсатында  Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проекты сиктәрендә  ведомство-ара оператив-иҫкәртеү саралары, урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса махсус операциялар үткәреп тора.  

Яңыраҡ  «Урман» операцияһы тамамланған.
БР урман хужалығы министры урынбаҫары Азамат Баев белдереүенсә, операция барышында 299 берлектәге рейд үткәрелгән, уларҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарынан 297 вазифалы кеше, 699 урман һағы инспекторы, Гостехнадзорҙың территориаль подразделениеларынан 51 вазифалы кеше һәм башҡалар ҡатнашҡан.  Ағас ташыған 373 берәмек автотранспорт  техникаһы тикшерелгән.  
Азамат Баев хәбәр итеүенсә, урман ҡануниәтен боҙоуҙың 239 осрағы асыҡланған, шуның 74-е – рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡағыла (бөтәһе 1124,9 куб. м. ҡырҡылған), улар һөҙөмтәһендә 20 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Законһыҙ ҡырҡыуҙан урман фондына 22, 8 млн. һумлыҡ зыян килгән. Йәнә 165 административ хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: