Башҡортостанда донъя әһәмиәтендәге фольклор ваҡиғаһы дауам итә. 18 сәғәттә «Торатау» амфитеатрында бөгөнгө программала Палестина, Белорусия, Румыния, Камерун коллективтары ҡатнашлығында концерт була.
Бөгөнгө кистең махсус ҡунағы – Санкт-Петербургтан “The Hatters” (Эшләпәселәр) джипси-фолк-рок төркөмө. Төп составына Юрий Музыченко, Павел Личадеев, Александр «Кикир» Анисимов, Дмитрий Вечеринин, Анна Музыченко инә.
Төркөм 2016 йылда барлыҡҡа килгән. Былтыр Юрий Музыченко «Little Big» составында Евровидениела сығыш яһарға тейеш була, тик былтыр Европа йыр конкурсын пандемия арҡаһында үткәрмәнеләр.
Төркөм үҙен «рус-сиған урам халыҡ алкохардкоры менән күңелгә үтерлек музыка ҡоралдары» тип һүрәтләй. Унда романс, панк, фолк-рок, этник музыка берләшә. «Собака.ru» проекты коллективты Питерҙың иң модалы төркөмө тип баһалаған.
2020 йылда төркөмдөң “Последний герой” тигән йыры ТВ-3 каналында барған “Последний герой” проектының саундтрегы ителгән.
Фотоларҙа: “The Hatters” төркөмө; Юрий Музыченко.