Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин Рәсәй Президентынан Пермь менән Өфө араһындағы юлды яҡшыртыуҙы һораған. Үтенесен ул кисә Мәскәү өлкәһендәге Үҙәк ҡулса автоюлын асҡанда еткергән.
Махонин Башҡортостан Башлығы менән ошо юлды норматив хәлгә еткереү мәсьәләһе өҫтөндә эшләгәндәре, был юл ике төбәктең хеҙмәттәшлеген әүҙемләштерәсәге тураһында белдергән.
Владимир Путин һорауҙы өйрәнәсәген һәм тәҡдимдең ҡараласағын әйткән. Шулай уҡ Мәскәү — Ҡазан — Екатеринбург тиҙлекле автомагистрале планлаштырылғандан алдараҡ, 2022 йылда, һалынасағы тураһында хәбәр иткән. Ул юл Пермь крайы аша ла, Башҡортостан аша ла үтәсәк.
Сығанаҡ: “Башинформ”.