+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 16:14

РӘЙЕС ҒӘБИТОВ БАШЛАҒАН ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ

8 июлдә Башҡортостан амбассадоры, туристар өсөн Ҙур Көньяҡ Урал һуҡмағын һалған блогер Рәйес Ғәбитов үҙенең Instagram аккаунтында республикалағы эске туризмды пропагандалау маҡсатында онлайн-флешмоб башлаған.

Асылы – #выбирайбашкортостан хэштегы менән Башҡортостандың йәмле урындарынан фото йә видео урынлаштырыу. Теләгән бер кеше ҡушыла ала.

Блогер үҙе яратҡан урындарҙың — Торна һаҙы, Мауыҙҙы күле, Ирәкташ һырты, Яҡтыкүл, Янғантау санаторийы, Ирәмәл тауы һәм башҡаларҙың фотоһүрәттәрен, Күперле шарлауығынан видеояҙма урынлаштырған.   

Сығанаҡ: “Башинформ”.

РӘЙЕС ҒӘБИТОВ БАШЛАҒАН ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ
РӘЙЕС ҒӘБИТОВ БАШЛАҒАН ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ
РӘЙЕС ҒӘБИТОВ БАШЛАҒАН ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ
РӘЙЕС ҒӘБИТОВ БАШЛАҒАН ФЛЕШМОБҠА ҠУШЫЛЫҒЫҘ
Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: