+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2021, 10:41

ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ

Кисә кис Өфө амфитеатрында ҡаҙаҡтар сығыш яһаны.  «Фольклориада йөрәге»ндә ҡаҙаҡ инструменталь  этно-рогы яңғыраны.

ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ
ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ
ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ
ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ
ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ
ULYTAU ТАҢ ҠАЛДЫРҘЫ

Кисә кис Өфө амфитеатрында ҡаҙаҡтар сығыш яһаны.  «Фольклориада йөрәге»ндә ҡаҙаҡ инструменталь  этно-рогы яңғыраны.

Ulytau егерме йыл элек думбыра менән скрипка ансамбле булараҡ барлыҡҡа килә. Төркөмдөң хәҙерге составында думбырала Рөстәм  Баекеев уйнай.

Репертуарҙа ҡаҙаҡ композиторҙарының ғына түгел, донъя классикаһы әҫәрҙәре лә бар. Бах, Вивальди музыкаһына скрипкасы Асель Исаева яңыса яңғыраш бирә.

Пандемия ваҡытында төркөм гастролдәргә сыға алмаған. Шулай ҙа онлайн сараларҙа ҡатнашҡандар. Лос-Анджелес үткәргән онлайн конкурста ҡатнашҡандар. 80-дән ашыу ил музыканттары ярышҡан был бәйгелә Гран при алғандар.  

Төркөм ҡаҙаҡтарҙан ғына тормай, соло-гитаристары Максим Кичигин — с рус-алтай тамырлы музыкант. Музыканттар башҡорт моңона ла ҡыҙыҡһыныу  күрһәтә, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө менән аралаша. 

«Беҙ бөгөн «Ете ҡыҙ» фонтанында яңғыраған башҡорт көйөн тыңланыҡ. Был легенданың ҡаҙаҡтар менән бәйле икәнен беләбеҙ. Бына мин дә ете ҡыҙ артынан килдем», — тип шаярта бас-гитарист Серик Сансызбаев, балдаҡһыҙ бармағын күрһәтеп.

VI Бөтә донъя Фольклориадаһы тураһында ҡаҙаҡ музыканттары бик юғары фекерҙә, уны әһәмиәте һәм күләме буйынса  футбол буйынса донъя чемпионаты менән сағыштыралар.

Сығанаҡ: “Башинформ”.  

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: