+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2021, 12:55

БӨГӨН ФОЛЬКЛОРИАДА ТАМАМЛАНА

Бөгөн 17 сәғәттә «Торатау» амфитеатрында VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһы була. Тәүҙә фестивалдә ҡатнашыусылар Салауат Юлаев майҙанында фотоға төшәсәк. Шунан 37 ил делегациялары вәкилдәре конгресс-холдың ҙур залында 2021 йылғы VI Бөтә донъя CIOFF®️ фольклориадаһының ойоштороусылары һәм ҡатнашыусыларының киләсәк быуындарға һәм VII Бөтә донъя фольклориадаһы ҡатнашыусыларына  мөрәжәғәтнамәһенә ҡул ҡуясаҡ.

17 сәғәттә Фольклориаданы «Русские Витязи» пилотаж төркөмө сәләмләйәсәк. Уның составында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе  етештергән двигателдәр ҡуйылған Су-30СМ һәм Су-35 истребителдәре оса.

17 сәғәт 30 минутта М. Е. Пятницкий исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ хоры сығышы башлана. Программаға шулай уҡ 19 ил (Боливия, Коста-Рика, Колумбия, Хорватия, Эстония, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Польша, Черногория, Панама, Франция, Мексика, Румыния, Рәсәй, Эквадор, Швейцария, Үзбәкстан, Парагвай) вәкилдәре һәм Башҡортостандың билдәле коллективтары – Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыштары ингән. Был кистең хедлайнерҙары – Әмир Кустурица менән уның The No Smoking Orchestra төркөмө.

Программаның аҙағында, Фольклориада флагы төшөрөлөп, CIOFF®  президенты Филипп Боссанға тапшырыла. Һуңынан фейерверк була.  

Сығанаҡ: "Башинформ".

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: