+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2021, 20:39

ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ

Өфө өҫтөндә «Русские Витязи» пилотаж төркөмө осоусылары оҫталығын күрһәтте. Ике Су-30СМ һәм дүрт Су-35С истребителе тамашасыларға Нестеров элмәге, мискә, ҡыңғырау, фонтан, ләлә асылыу кеүек ҡатмарлы фигураларҙы күрһәтте.

ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ
ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ
ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ
ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ
ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ
ӨФӨ ӨҪТӨНДӘ – ЮҒАРЫ ПИЛОТАЖ

Өфө өҫтөндә «Русские Витязи» пилотаж төркөмө осоусылары оҫталығын күрһәтте. Ике Су-30СМ һәм дүрт Су-35С истребителе тамашасыларға Нестеров элмәге, мискә, ҡыңғырау, фонтан, ләлә асылыу кеүек ҡатмарлы фигураларҙы күрһәтте.

Су-35С истребителдәренә Өфө моторҙар етештереү берекмәһендә эшләнгән АЛ-41Ф-1С авиадвигателдәре ҡуйылған.

Тәүҙә осоусылар заводҡа барып, үҙҙәре йөрөткән хәрби машиналарға ҡуйылған двигателдәрҙең нисек эшләнгәнен ҡараған. Ошо двигателдәр самолеттарға һауала баҫып торорға, нулле тиҙлектә әйләнергә, юғары пилотаждың теләһә  ҡайһы фигураларын яһарға мөмкинлек бирә икән.

Осоуҙар Рыбинск, Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалаларҙан конструкторлыҡ бюроларын һәм авиация сәнәғәте предприятиеларын эвакуациялауҙың 80 йыллығына арналған. Был байрам Фольклориаданы ябыу тантанаһы менән бер көнгә тап килгән.

«Русские Витязи» авиация пилотаж төркөмө – донъяла «ауыр истребитель» класлы самолеттарҙа төркөмләп юғары пилотаж эшләүсе берҙән-бер команда.

 

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: