+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2021, 14:13

ФОЛЬКЛОРИАДА УЯТҠАН ФЕКЕРҘӘР ҺӘМ ХИС-ТОЙҒОЛАР

CIOFF®-тың  почётлы ағзаһы  Сирил Ренц (Швейцария:  – Башҡортостан – бәләкәй  Швейцария кеүек. Беҙҙең Швейцарияла ла мәмерйәләр бар, ләкин бындағы кеүек шаҡ ҡатырғыс түгел (Шүлгән мәмерйәһе күҙҙә тотола. – Ред.). Беҙ күргән һүрәттәр бик ҙур ҡиммәткә эйә.  Уларҙы күреүебеҙ бик шәп булды.

ФОЛЬКЛОРИАДА УЯТҠАН ФЕКЕРҘӘР ҺӘМ ХИС-ТОЙҒОЛАР
ФОЛЬКЛОРИАДА УЯТҠАН ФЕКЕРҘӘР ҺӘМ ХИС-ТОЙҒОЛАР

CIOFF®-тың  почётлы ағзаһы  Сирил Ренц (Швейцария: 

– Башҡортостан – бәләкәй  Швейцария кеүек. Беҙҙең Швейцарияла ла мәмерйәләр бар, ләкин бындағы кеүек шаҡ ҡатырғыс түгел (Шүлгән мәмерйәһе күҙҙә тотола. – Ред.). Беҙ күргән һүрәттәр бик ҙур ҡиммәткә эйә.  Уларҙы күреүебеҙ бик шәп булды.

Мексиканан килгән коллектив директоры Хуан Салседо:

– Беҙ сағыу тамаша күрҙек. Көслө тәьҫир яһаны. Бында быуаттар дауамында төрлө милли мәҙәниәттәр берҙәм үҫешкәне күренә.

«Карагуна» фольклор ассоциацияһы ҡатнашыусылары Хрисида и Андромахи (Греция):

– Беҙ иҫ киткес шәп ойошторолған сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ бер нисә көн Өфөлә йәшәнек, гүзәл ҡала! Беҙгә ныҡ оҡшаны. Салауаттан да бик яҡшы тәьҫораттар ҡалды. Беҙҙең сығыш грек революцияһының 200 йыллығына арналды. Беҙҙең тамашаны тере музей тиергә була, сөнки беҙ кейгән кейемдәргә һәм биҙәүестәргә 100 йылдан ашыу. Грецияла профессиональ ансамблдәр юҡ. Бөтә фольклор коллективтары үҙешмәкәр булып тора, шуға беҙҙең коллективтарҙа төрлө профессия кешеләре –  адвокаттар, табиптар, полицейскийҙар һәм башҡалар йырлай, бейей. Ижад менән буш ваҡытта шөғөлләнәбеҙ.  

«Байарта Азтека» халыҡ бейеүе коллективынан Эхика (Мексика):

– Миңә 28 йәш, колл-үҙәктә эшләйем, хобби сифатында мәктәптә уҡыған сағымдан уҡ бейеү менән шөғөлләнәм.  Бөтә донъя фольклориадаһына эләгеү өсөн беҙ Мексикала һайлап алыу турында ҡатнаштыҡ. Мин донъя буйлап күп сәйәхәт иттем, Италияла, Испанияла һәм башҡа илдәрҙә булдым. Рәсәйгә беренсе тапҡыр килдем, миңә бында бик оҡшай! Башҡортостанда көндәр Мексикалағы кеүек – шулай уҡ ҡояшлы!   

«Надсенчи» фольклор ансамбле ҡатнашыусылары  Милан һәм Даниэль (Словакия):

– Башҡорт ерендә булыуыбыҙға бик шатбыҙ, һеҙҙә ҡалалар матур, кешеләр ихлас һәм ҡунаҡсыл!  Беҙгә бында бик оҡшай!

«Двипатара» фольклор коллективы ҡатнашыусыһы Киндан  (Индонезия):

– Беҙҙең коллектив башлыса студенттарҙан тора. Миңә 24 йәш.  Беҙгә был халыҡ-ара ваҡиға бик оҡшаны. Бигерәк тә Өфөлә асыу тантанаһы,  Башҡортостан ҡалалары, беҙҙәгенән айырылып торған тәбиғәт ҙур тәьҫир яһаны. 

Боливия делегацияһы етәксеһе Роберто Сардон:

– Һеҙҙең ил йөрәгемдә һәр ваҡыт йәшәр. Ул уникаллеге менән хайран итә. Беҙ Октябрьский, Салауат, Сибай, Благовещен ҡалаларында, әлбиттә, Өфөлә, йәнә Ауырғазы районында булдыҡ. Башҡортостандың баш ҡалаһы тыуған ҡалам Ла-Пасты хәтерләтә. Ә беҙҙең бәләкәй ҡалалар һеҙҙәгеләрҙән бер ни менән дә айырылмай.  Кешеләрегеҙ бик ихлас, һәр береһе тиерлек беҙҙән һаулыҡ һораша.  

Үзбәкстан төркөмө етәксеһе Айберген Алланиязов:

 – Һеҙҙә бойҙай сәселгән баҫыуҙар йәйрәп ятыуы, ҡуйы урмандар аптыратты.  Тағы Николаевка шишмәһе (Благовещен районы – Ред.) бик оҡшаны. Бында тағы килермен тип уйлайым. 

Студенттарҙың «Martisorul» фольклор коллективы ҡатнашыусыһы Габриэла  (Румыния):

– Мин иҫ киткес бәхетле, сөнки Башҡортостандың ҡолас етмәҫ гүзәллектәрен үҙ күҙем менән күрҙем, изге күңелле кешеләр менән таныштым. 

Эквадор делегацияһынан Лина Ласкано:

– Миңә Рәсәй, Башҡортостан, Асҡын тигән матур ауыл бик оҡшаны. Асҡын тигән атамаһы ла матур. Беҙ быға тиклем Рәсәйҙа ҡырыҫ, етди халыҡ йәшәй тип уйлай инек. Бөтөнләй киреһе икән:  бында иң ихлас, иң көләс, иң ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Эквадорға ҡайтҡас, бында төрлө милләтле ни тиклем гүзәл, асыҡ күңелле кешеләр йәшәгәне тураһында һөйләрмен.  Беҙҙә климат башҡа төрлө, киҫкен үҙгәрештәрһеҙ. Ә һеҙҙә йә ныҡ ҡыҙҙыра, йә һалҡынайта, әммә барыбер бөтәһе лә бик йәмле. Бөтә ерҙә йәшел үлән, йәшел ағастар.   

Эрика менән Айли (Эстония)

– Беҙ һәүәҫкәр артистар, ә беҙҙе бөйөк йондоҙҙар кеүек итеп ҡаршы алдылар.

Таллиндан Эрика Сууре менән Ванавигаль ҡасабаһынан Айли Сонберг (Эстония):

 – Бында киңлектәр, бик ҙур аралар, бындайға өйрәнмәгәнбеҙ. Ә беҙҙең ил бәләкәй генә, ыҡсым ғына  бит.  Беҙҙе күптән көтөлгән ҡунаҡтар кеүек итеп ҡабул итәләр.     

Паомо Гарсес менән Николь Муньос (Чили):

– Һеҙҙә йәй беҙҙең Чилиҙағыға ҡарағанда эҫерәк икән.

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: