+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Июль 2021, 14:34

ОТОШОНА ҮҘ ЭШЕН АСҠАН

Өфөнән күп балалы  Галина Канунникова былтыр лотереяға 1 миллион һум отҡан. Бәхетле билетты ул «Столото» мобиль ҡушымтаһында алған булған.

ОТОШОНА ҮҘ ЭШЕН АСҠАН
ОТОШОНА ҮҘ ЭШЕН АСҠАН

Өфөнән күп балалы  Галина Канунникова былтыр лотереяға 1 миллион һум отҡан. Бәхетле билетты ул «Столото» мобиль ҡушымтаһында алған булған.

Ҡулға көтмәгәндә ҙур аҡса килеп инһә, башта ниндәй генә пландар тыумай! Галина  менән дә шулай була. Тәүҙә ул дача һатып алырға йыйына. Тик дачаны килем сығанағына әйләндереп булмай ҙабаһа. Төрлө яғын үлсәп ҡарағас, ҡатын үҙ эшен асырға тигән ҡарарға килә. Бизнестың әллә нисәмә төрөн күҙҙән үткәргәндер, әлбиттә, әммә бургерхана асыу иң ҡулай булып тойола уға.

Шулай итеп, өсөнсө балаһы тыуғансы бер ойошмала етәксе вазифала эшләгән Канунникова лотерея аҡсаһына бургерхана асып ебәрә.   

2020 йылда Башҡортостанда йәшәүселәр бөтәһе 1 миллиард һум самаһы аҡса ота, 30-ҙан ашыу кеше лотерея миллионерына әйләнә.

Сығанаҡ: “Башинформ”. 

Фото: «Столото» матбуғат хеҙмәте.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: