Илдә төп аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуы тураһында Рәсәй Ҡулланыусылар берлеге рәйесе Петр Шелищ «Вечерняя Москва» менән әңгәмәләшкәндә белдергән.
Ул ҡыҫҡа ваҡытҡа хаҡтарҙың төшә биреү мөмкинлеге, ләкин дөйөм алғанда ризыҡтың йылдан-йыл ҡиммәтләнәсәге тураһында әйткән.
Петр Шелищ раҫлауынса, бөгөн хаҡтарҙы йүгәнләп торған берҙән-бер сәбәп – ҡулланыусыларҙың ихтыяжы. Халыҡтың һатып алыу мөмкинлеге түбәнәйә, шуға үтә ныҡ ҡиммәтләнеп киткән нәмәләрҙе күптәр һатып ала алмай. Ләкин, эксперт фекеренсә, шуға ҡарамаҫтан көндәлек аҙыҡтар ҙа барыбер ҡиммәтләнә, уларһыҙ йәшәп булмағанға кешеләр барыбер алырға мәжбүр. Һөҙөмтәлә, әҙ килемле кешеләрҙең башҡа тауарҙарға аҡсаһы ҡалмай.
Петр Шелищ әйтеүенсә, төп аҙыҡтар – ярмалар, макарон, шәкәр, үҫемлек майы һәм икмәк, ә хаҡтар артыуы ҡулланыу баҙарында тәҡдимде кәметергә мөмкин.
«Үҙебеҙгә күберәк етештерергә һәм импорт менән конкуренциянан бикләнергә ярамай. Ләкин әлегә бигүк ҡулыбыҙҙан килмәй», — тигән ул.
Сығанаҡ: “Башинформ”.