Хәйбулла районы Һамар ауылындағы спорт залына капиталь ремонт бара.
Эштәргә Башҡортостан бюджетынан 1,5 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, федераль бюджеттан "Һәр баланың уңышы" федераль проекты сиктәрендә 811 мең һум биргәндәр. Бөтә эштәрҙең хаҡы 2,3 миллион һумға баһалана. Подрядсыһы – "Строй-основа" ЯСЙ-һы (Аҡъяр ауылы). Был йәмғиәт тендерҙа еңгән.
"Һәр баланың уңышы" федераль проекты, билдәле булыуынса, балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең һәләттәрен һәм таланттарын асыу һәм үҫтереү системаһын булдырыуға йүнәлтелгән. Уның йүнәлештәренең береһе – ауылдарҙа балалар спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн матди-техник база булдырыу.
Сығанаҡ: Хәйбулла район хакимиәте.