Был көндәрҙә Башҡортостан юлдарында хәрби техника колонналарына тап булыуығыҙ ихтимал.
12 июлдән 30 июлгә тиклем республика аша хәрби автоколонналар үтеүе һәм маневрҙар үткәреүе тураһында иҫкәртәләр Башҡортостан буйынса Росгвардиянан.
Махсус техниканың хәрәкәт итеүе Рәсәй Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәте директоры, армия генералы Виктор Золотов етәкселегендәге «Заслон-2021» учениеһына бәйле икән. Был ҙур күләмле оператив-стратегик учение быйыл сентябрҙә үтәсәк. Уның барышында ҡатмарлы һәм йылдам үҙгәреүсән шарттарҙа ғәскәрҙәрҙең хәрби хеҙмәт бурыстарын башҡарыуға әҙерлеге тикшереләсәк. Учение Үҙәк, Волга буйы һәм Көньяҡ федераль округтар территорияларында үткәрелә. Унда махсус һәм оператив тәғәйенләнештәге ғәскәри частар, шулай уҡ милли гвардия ғәскәрҙәре округтары территориаль органдары подразделениелары ҡатнаша.
Сығанаҡ: “Башинформ”.