+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 16:09

АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ҺАНЫ КӘМЕЙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, намыҫһыҙ йорт һалыусыларҙан алданған граждандарға ярҙам саралары күрелеүен дауам итә.

АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ҺАНЫ КӘМЕЙ
АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ҺАНЫ КӘМЕЙ
АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ҺАНЫ КӘМЕЙ
АЛДАНҒАН ӨЛӨШСӨЛӘР ҺАНЫ КӘМЕЙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, намыҫһыҙ йорт һалыусыларҙан алданған граждандарға ярҙам саралары күрелеүен дауам итә.

13 июлдә Нефтекамала «Интеграл» акционерҙар йәмғиәтенән алданған 46 өлөшсөгә тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды.  Был шатлыҡты төҙөлөш өлөшсөләре алты йыл көттө.

Эштең тарихы былай: «Интеграл» йәмғиәте ҡаланың 25-се биҫтәһендә 7, 26, 27, 28 һәм 29-сы йорттарҙы һала башлай, әммә бер аҙҙан эштәре туҡтап ҡала.

Төҙөүселәрҙең үҙ йөкләмәләрен үтәмәүе арҡаһында граждандарҙың боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү программаһы буйынса 2017 йылдың декабрендә  7-се йорт файҙаланыуға индерелә һәм 120 ғаилә фатирлы була.

2019 йылда фирманың банкротланыуы арҡаһында ҡалған йорттарға башҡа төҙөүсе тәғәйенләнә – уларҙы төҙөүҙе «Нефтекамскстройзаказчик» МУП-ы дауам итә. Фирма объекттарға 500 млн һум өҫтәп һала.

Шулай итеп, төҙөүсене алмаштырыу юлы менән йорт һалыуҙы тамамлау механизмы тәүләп Нефтекамала ҡулланыла. 

«Нефтекамскстройзаказчик» эшкә 2019 йылда тотона. Шул уҡ йылдың сентябрендә 27, 28-се йорттарҙы тапшыра. 140 ғаилә фатир ала.  2020 йылдың июнендә  29-сы йорт файҙаланыуға тапшырыла һәм 63 өлөшсө фатирлы була.

Әле килеп, һуңғы йорт менән эш тамам булды.  

Шулай итеп,  «Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль унитар предприятиеһы Нефтекамала проблемалы дүрт йортто ҡыҫҡа ваҡытта төҙөп тапшырҙы һәм 249 алданған өлөшсөнө ҡыуандырҙы.

 

Сығанаҡ: Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты.  

 

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: