+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 11:18

БАШҠОРТОСТАНДА НИНДӘЙ БЕЛГЕСТӘРГӘ ҺОРАУ БАР?

Республикала әлеге көндә 80 мең ойошма һәм предприятие эшләй. Улар үҙҙәренә кәрәк кадрҙар  тураһында  белдереүҙәрҙе махсус мәғлүмәт ресурсында ҡалдыра. Был хаҡта Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников әйткән.   

Автоматлаштырылған прогнозлау порталын файҙаланып, кадрҙарға һорау фаразлана.  Был порталда эш биреүселәрҙән һорашыуҙар үткәрелеп тора.

2020 йылда эшләнгән прогнозға ярашлы, түбәндәге специальностар буйынса кадрҙарға һорау ҙур:

  • ауыл, урман һәм балыҡ хужалығы – 4 мең кеше (профессиялар: «Аграр сектор механизаторы» – «Тракторсы», «Комбайнер», «Ауыл хужалығы техникаһын ҡарау һәм ремонтлау белгесе»);
  • техника һәм ер өҫтө транспорты технологиялары – 2 мең кеше (профессиялар: «Автомеханик», «Тимер юл төҙөлөшө машиналары машинисы», «Юл төҙөлөшө машиналары һәм тракторҙар ремонтлау буйынса слесарь», «Техник-электромеханик», «Ҡала электр транспорты водителе»);
  • машиналар эшләү – 1,3 мең кеше (профессиялар: «Иретеп йәбештереүсе (электр менән иретеп йәбештереү һәм газ менән иретеп йәбештереү)», «Станоксы (металл эшкәртеү)»);
  • төҙөлөш техникаһы һәм технологиялары – 1 мең кеше (профессиялар: «Дөйөм төҙөлөш эштәре оҫтаһы», «Төҙөлөштә биҙәү эштәре оҫтаһы»).

Бөтә кадрҙарға һорауҙың 75 процентҡа яҡыны ошо дүрт йүнәлешкә тура килә.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: