+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2021, 13:15

10 МЕҢ ҺУМҒА ҒАРИЗАЛАР АЛЫНА БАШЛАҒАН

Алдан иҫәпләүҙәр буйынса,  Башҡортостанда бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды алты йәштән ун һигеҙгә тиклемге 650 меңләп бала аласаҡ.   

10 МЕҢ ҺУМҒА ҒАРИЗАЛАР АЛЫНА БАШЛАҒАН
10 МЕҢ ҺУМҒА ҒАРИЗАЛАР АЛЫНА БАШЛАҒАН

Алдан иҫәпләүҙәр буйынса,  Башҡортостанда бер тапҡыр бирелә торған 10 мең һумды алты йәштән ун һигеҙгә тиклемге 650 меңләп бала аласаҡ.   

Пенсия фонды түләүҙәрҙе 16 августан күсерә башлай. Ә ғаризалар ҡабул итеү Госуслуги порталында һәм Пенсия фондының клиент хеҙмәттәрендә бөгөндән башлана һәм 1 ноябргә тиклем дауам итә.

Рәсәй  Президенты Владимир Путин указына ярашлы, уҡыусы балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр бирелә торған түләү 6 йәше 1 сентябргә, ә 18 йәше 3 июлгә тиклем тулған балаларға бирелә.  Ата-әсәләрҙән тыш, аҡса уллыҡҡа алыусыларға, опекундарға һәм балаларҙың бағыусыларына ла түләнә.

10 меңлек түләү тағы ла уҡыу йорттарында белем алыуын дауам иткән 18-ҙән 23 йәшкә тиклемге инвалидтарға һәм сәләмәтлек буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә лә ҡаралған. Был осраҡта 18 йәш 2 июлдә йә унан алдараҡ тулған булырға тейеш. Унан һуңыраҡ тулһа, түләүҙе ата-әсәләре йә законлы вәкилдерә ала.   

Бер тапҡыр бирелә торған булғанға түләүҙе күсереү өсөн «Мир» картаһы мотаҡ түгел, башҡа түләү системаларының карталары ла ярай. Тик ғаризаны тултырған саҡта реквизиттарҙы яҙырға онотмағыҙ. Счет мотлаҡ атайҙыҡы йә әсәйҙеке булырға тейеш, ә башҡа туған-тыумасаныҡы түгел.   

Сығанаҡ: “Башинформ”.  

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: