-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2021, 12:50

ДИМ БИҪТӘҺЕ ҮҪӘ

Өфөнөң Дим районында  82 меңдән ашыу кеше йәшәй. 2017 йылда ҡалала төҙөлгән һәр 10 фатир ошо районға тура килә (йәғни Өфөлә бөтә яңы һалынған йорттарҙың 12 проценты).  Ошо тиҙлек менән барһа, 2030 йылға микрорайонда яңы файҙаланыуға индерелгән торлаҡ майҙаны 2,3 тапҡырға артасаҡ, ә халыҡ һаны 130 меңдән үтәсәк.  Был турала Дим район хакимиәте башлығы Айҙар Бәҙғетдинов белдергән.

Йылдам үҫкән биҫтәлә эш урындарына ҡытлыҡ та арта, әлбиттә.  Әле биҫтә халҡының 40 проценты самаһы Дим районынан ситкә йөрөп эшләй. Юлдағы тығындар, йәмәғәт транспортына төшкән көсөргәнеш тураһында һөйләп та тораһы түгел.  

Айҙар Бәҙғетинов әйтеүенсә, «Ҡала электричкаһы» проекты, Хыялланыусылар, Күсимов, Тикшеренеүселәр урамдарын төҙөү, шулай уҡ  Нижегородка биҫтәһе тапҡырында Ағиҙел аша күпер һалыу мәсьәләне өлөшләтә хәл итергә тейеш.

Әле торған тимер юл күпере эргәһендә автомобиль күпере төҙөү ҙә Дим биҫтәһе менән ҡаланың башҡа өлөштәрен тоташтырған юлдарҙы иркенәйтер  ине.  

Өфөнөң 2040 йылға тиклемге Генпланын эшләүселәр ҡамасаулаған төп шарттар итеп урын-ерҙең ҡатмарлы рельефын һәм магистраль тимер юлдарҙы атаған. Яңы күпер менән Пушкин урамын тоташтырыу өсөн  40 метрлы таяуҙарға ҡуйылған 650 метрлы эстакада төҙөү кәрәк була. Уның хаҡы 3-4 миллиард һумға төшәсәк. Ә күпер һалыу, уға инеү юлдарын төҙөү сығымдары менән бергә ҡушып иҫәпләһәң,  дөйөм хаҡы 14 миллиард һум булыр тиҙәр.

Сығанаҡ: "Башинформ". 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: