+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2021, 14:52

КОНСТАНТИН ТОЛКАЧЕВ ӘЙ БУЙЛАП АҠҠАНДА НИМӘЛӘР КҮРГӘН?

Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Әй йылғаһы буйлап һалда аҡҡан һәм был сәйәхәтендә алған тәьҫораттары менән бүлешкән.  

КОНСТАНТИН ТОЛКАЧЕВ ӘЙ БУЙЛАП АҠҠАНДА НИМӘЛӘР КҮРГӘН?
КОНСТАНТИН ТОЛКАЧЕВ ӘЙ БУЙЛАП АҠҠАНДА НИМӘЛӘР КҮРГӘН?

Башҡортостан Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Әй йылғаһы буйлап һалда аҡҡан һәм был сәйәхәтендә алған тәьҫораттары менән бүлешкән.  

Facebookтағы аккаунтында спикер “ҡырағай” туристарҙың статусын көйләү, уларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләү кәрәклеген дә белдергән.

Константин Борисович тәбиғәттә булыуҙан кинәнес алһа ла, тәнҡитле ҡараштан да ҡотола алмаған.

Ул, беренсенән, элементарь санитар-гигиена шарттары, бөтәһенән элек, бәҙрәфтәр бер ерҙә лә булмауын билдәләй. Ял итеүселәрҙең бик күплегенән сығып, яр буйҙарының ни тиклем бысраҡ булыуын да самаларға мөмкин. 

Икенсенән, спикер яр буйында усаҡ өсөн ағастарҙың күпләп ҡырҡылыуын, браконьерлыҡ ысулдары менән балыҡ тотоуҙы телгә ала. Атыу тауыштары ла ишетелгеләгән.  

Быларҙың бөтәһе лә, Констанин Толкачев әйтеүенсә, ял итеүселәрҙең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләп, хоҡуҡи статустарын көйләү ихтыяжына ишаралай. Тәбиғәткә сыҡҡан туристар мәҙәниәтле һәм закондарҙы үтәүсе кеше булып ҡалырға –  артынан сүп-сарҙы йыйыштырырға, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәҫкә тейеш, “был беҙҙең бөтәбеҙҙең дә мәнфәғәттә”, – ти парламент спикеры.  

Ул туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләһен дә телгә ала һәм урындағы үҙидара органдарын ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра. Бөтә юл буйы ашығыс медицина ярҙамы алыу мөмкинлегенең булмауы, кәрәҙле элемтәнең дә булмауы хәлде ҡатмарлаштыра, ти ул, МЧС хеҙмәткәрҙәренең бер тапҡыр ҙа күренмәүен билдәләп. Ә тау йылғаһы буйлап ағыу – ярайһы уҡ хәүефле шөғөл.  Парламент спикеры биш көнлөк сәфәре барышында 300-ҙән ашыу  катамаран осратҡан, уларҙың күбеһенә ял итеүселәр һәм уларҙың кәрәк-ярағы тейешенән артыҡ тейәлгәнен күргән.

Ыңғай үҙгәрештәр иҫәбенә Константин Толкачев маршрутта туристик базалар күренә башлауын билдәләй, әммә улар теркәлгәнме, әллә законһыҙ эшләйме, был хаҡта мәғлүмәт ала алмаған.

Сығанаҡ: "Башинформ".

 

Автор:Ә. НОСРАТОВА.
Читайте нас: